

#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Алтынай Барлыбаева бик матур нәҫер яҙып ебәргән.
Бына яңы йыл килә..Өр яңы йыл..2023 йыл. Декабрь айы, уға ғинуар, февраль айҙары ҡушылыр. Улар өс якын дуҫ кеуек бура-бура ҡар өйөп, гөр килеп йырлап йәшәйҙәр кешеләргә дәрт өҫтәп. Ә бар донъяға ҡояш та нур өләшһә, урманда китә һылыуланып йәшел шыршы. Өйҙәрҙә ут балҡыһа - китә түрҙә шыршы ҡупырайып, ҡолас йәйә, куктә кис йондоҙҙар бейей. Ҡыш бабай санаһына ултырып килә, пар аттарын егеп, буран туҙҙырып, дала урмандан елеп. Тиҙерәк балаларға буләктәр өләшергә. Кем шиғыр ятлай, кем бейей, кем зирәк - шуға тоҡсай-тоҡсай буләктәр бирә. Ә балалар ҡыуана, һикерешеп уйнап туймай, ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтеп. Сөнки бит улар ҡыш бабайҙы йыл буйына көтәләр, һағынып бөтәләр. Ҡыш бабайҙы йәшел шыршы ла төҫөн юғалтмай көтә бит уны. Ҡайындар ҙа суҡ мәлдәрен ябынғандар, нимәлер уйланып, баштарын аҫҡа эйгәндәр. Ә буран ыжғыра, ҡоштарҙың хәлдәрен һораша. Ҡоштар ҙа ҡыуана, Ҡыш бабай бит килтергән яңы йылды, ҡыҙын да онотмаған. Ул бар донъяға ҡар бөртөктәрен йымылдатып нур һибә.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа кире ҡайта, уларҙың да эштәре куп бик. Ҙур рәхмәт һуҙҙәре менән сәләмләп ҡалабыҙ, сөнки улар яңы йыл килтерҙе беҙгә. Яңы йылда яңы көс менән уҡыуға тупланып, йәшәргә дәрт, йәм өҫтәне беҙгә.
Ер өҫтөнә аҡлыҡ-паклыҡ алып килгән Яңы йыл байрамы ҡотло булһын! Киләһе йылдың 365 көнө лә бәхет-шатлыҡ ҡына килтерһен. Атҡан таңдарҙың барыһы ла алһыу булһын. Тормош юлдарында шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булһын!
Алтынай Барлыбаева,
Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.