Конкурстар
7 Декабрь 2022, 06:26

Мәрфуға Мырҙабулатова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ:  Ярат ауылынан Мәрфуға Мырҙабулатова. 

Мәрфуға МырҙабулатоваМәрфуға Мырҙабулатова
Мәрфуға Мырҙабулатова

Һуғым һуйыу йолаһы

Һуғым һуйыу борондан килгән һәм бөгөнгө көндә лә үтәлә торған бик матур йолаларҙың береһе. Һуғымды көндәр һыуынып, ҡар ятҡас һуялар.

Һуғымға тәғәйенләнгән мал имен-аман ҡураға инеп, 1 ай ныҡлап ашатылғас, һуғым өмәләре башлана. Өмәгә, ғәҙәттә, хужалар туғандарын, дуҫ-иштәрен һәм күрше-күләндәрен саҡыра. Ир-ат малды йығып, "Бисмилла"һын әйтеп, хәләлләп сала. Тиреһен һыҙырып, эсен ярғас, эшкэ ҡатын-ҡыҙ ҡушыла. Улар эсәкте юллап, арытып, ҡайнар һыуҙа бешекләп, ҡарҙа тапап-тапап йыуалар.

Ошо эштәрҙе башҡарғандан һун ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙы тултыралар. Һуғым һимеҙ булған һайын ҡаҙы күберэк була. 

Өмәлә ярҙамлашҡан кешеләрҙе, туғандарҙы, күрше-күләнде кис ашҡа йыялар. Ит турау эше оҫта ҡуллы кешегә бирелә. Иң тәүҙә һәр кемгә ҡаҙынан өлөш таратыла, шулай уҡ һәр кемгә һөйәкле иттән өлөш бирелә. Ҡунаҡтар ит ашағанда һуғым һимеҙ булған, ите татлы икән, иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын, бергә-бергә ашарға яҙһын, киләһе йылда ла һуғымығыҙ булһын, тип теләктәр теләп, хужаларҙы, һуғымды салыусыны хуплап-маҡтап ултыралар. Иттән һуң һалмалы һурпа килтерелә, һурпа өҫтөнә һуғанлы тоҙлоҡ ҡоялар. Һурпа янына әсе ҡорот ҡуйыла. 

Боронораҡ һуғым ашында ҡалған итте ағас ҡалаҡтарға һалып, ҡунаҡтар бер-береһенә һоғондорошҡан. Уйын-көлкө менән ит һоғондорошоп бөткәс, ҙур һауыттарҙа әсе ҡорот менән ҡоротланған, боросланған эҫе һурпа килтерелгән. Ҡунаҡтар сиратлап йөрөтөп һурпаны тәмләгәндәр. Хәҙер ул йола онотолоп бара. 

Тағы ла малды салыусы кешегә айырым салыу һөйәген бирәләр. 

Һуғым ашағас, шулай тип теләк теләйҙәр:

— Малдарығыҙ күп булһын,
Малдарығыҙ ныҡ уңһын!
Хоҙай Тәғәлә ишетһен —
Малығыҙҙы ишәйтһен!
Хәләл ризыҡтар бирһен,
Хәләл малдар бирһен!
Рәхмәт һыйығыҙға!

Мәрфуға Мырҙабулатова.

Баймаҡ районы Ярат ауылы

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас