Конкурстар
6 Декабрь 2022, 15:18

Хәмдиә Ғүмәрова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ:  Икенсе Этҡол ауылынан Хәмдиә Ғүмәрова. 

Хәмдиә ҒүмәроваХәмдиә Ғүмәрова
Хәмдиә Ғүмәрова

Айт тигәндә, тайт тип торған күршеләребеҙ менән йыл һайын һуғымдарыбыҙҙы һуйып, эшкәртеп, һуғым аштарына йөрөшәбеҙ. Аллаға шөкөр, быйыл да гөрләшеп һуғымдарыбыҙҙы һуйып алдыҡ.

Сират беҙгә етте. Һуғым ашына күршеләребеҙҙе саҡырҙыҡ. Ҡайны-ҡәйнәмдән ҡалған йоланы тоторға тырышабыҙ. Өлөш таратып бирәбеҙ.  Бишбармаҡ сығарабыҙ. Ҡоротлап, борослап, һоғондороп, аҙаҡтан ҡоротло һурпа эсәбеҙ. 

Табыныбыҙ тирләп-бешеп сәй эсеү менән тамамлана. Моҡсайҙарыбыҙҙы тултырып, ит, тәмлекәстәр һалып алабыҙ. Аҙаҡ хужаларға һаулыҡ, илебеҙгә тыныслыҡ, һуғыштағы егетәребеҙҙең имен-һау ҡайтыуын теләп, өйҙәребеҙгә таралышабыҙ. 

.Иртәгә Алла бирһә,  тағы эш һәм аш көтә. Һау булайык.Йололарыбызды һаҡлайыҡ. 


Гумерова Хәмдиә Хөрмәт ҡыҙы.

Икенсе Этҡол ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас