Конкурстар
6 Декабрь 2022, 09:28

Алһыу Мырҙабулатова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ:  Алһыу Мырҙабулатова.  Алһыу видео эшкәртеп ебәргән. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп ҡарайыҡ. 

Алһыу МырҙабулатоваАлһыу Мырҙабулатова
Алһыу Мырҙабулатова

Беҙ һуғым һуйырға Рәшиҙә инәй һәм Рим олатай Йәнбирҙиндарға барҙыҡ.

Һуғым һуйыр өсөн беҙ һәр саҡ иртә менән йөрөйбөҙ. Барыу менән мунса яғып ебәрҙек. Шулай уҡ ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырҙыҡ.

Туғандар йыйылып бөткәс, тәмләп-баллап сәй эсеп алдыҡ. Унан инде эшкә керештек. Беҙ һуғым һуйған көн һыуыҡ торҙо. Тик беҙ һис кенә лә өшөмәнек. Әллә инде көлөшөп, хәл-әхүәл һорашып эшләгәнгә һыуыҡ һиҙелмәне лә.

Ир-егеттәр ит менән булышҡан арала апай, еңгәй, инәйҙәр эс-ҡарынды таҙалап та ҡуйҙылар. Ит-ҡарын урынлашҡас, һуғымдың иң яуаплы эшенә, тултырма тултырыуға тотондоҡ. Ир-егеттәр үпкә-бауыр үткәрҙе, ә беҙ эсәкте тоҙлап, яҡшылап йыуып, әйләндереп тә ҡуйҙыҡ. Сөнки тултырма тултырған эсәк шундай эштәрҙе талап итә. Ниһәйәт, эштәр тамам. Өй хужалары өмәсе туғандарға рәхмәт белдереп, киске ашҡа саҡырып оҙатты.
Бишбармаҡты ла йәшерәктәр әҙерләй. Ә инәй менән олатай өлөш һөйәген бүлә, тултырма ҡырҡа. Күмәкләшеп туғандар менән теләктәр теләй-теләй ҡоротлап-һурпалап аш эсеп, балға ҡушып сәй эсеп күңелле генә ултырҙыҡ. Һуғым һимеҙ булғас, аштың тоҙлоғо ла шәп булды. Хужалар һәр беребеҙгә ит-тултырма, бишбармаҡтан өлөш сығарҙы, балаларға күртәнәстәр һалды.
Һуғымды туғандар менән һуйыуға ни етә! Ауылдың иң күңелле мәлдәре. Ошолай гөрләшеп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ. Тик донъялар ғына тыныс булһын ине!

Алһыу Мырҙабулатова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас