Конкурстар
5 Декабрь 2022, 04:29

Венера һәм Зариф Вәхитовтар

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсанттарыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ:  Баймаҡ ҡалаһынан Венера һәм Зариф Вәхитовтар. Улар туғандарын һәм дуҫтарын ҡаҙ өмәһенә йыйғандар. 

Венера һәм Зариф ВәхитовтарВенера һәм Зариф Вәхитовтар
Венера һәм Зариф Вәхитовтар

Беҙҙең ғаиләлә йыл һайын ҡаҙ үҫтерә. Унан тап ошо миҙгелдә ҡаҙ өмәһе ойошторабыҙ.

Быйыл да Руслан улым менән Зөлфиә киленем, Өфө ҡалаһынан Гөлйөҙөм ҡоҙағыйым, һеңлем Нурания Ишморатова, ғаилә дуҫтарыбыҙ Гөлйөҙөм Шәрипова, Гөлгенә Иҙелбаева, Гүзәл Бикйәновалар менән матур итеп өмә үткәрҙек. Улым менән иптәшем Зариф ҡаҙҙарҙы салып, ҡанаттарын ҡырҡып, муйынын һәм бәйләп биреп торҙо. Ә мин хужабикә булараҡ ҡаҙанда ҡайнап ултырған эҫе һыуға тығып, ҡаҙҙарҙы әҙерләп киреп торҙом. Өмәсе ҡатын-ҡыҙҙар мамыҡтарын йолҡоп, эсен таҙаланылар. 

Иң күңелле мәле -- ул киске табын. Ҡаҙ һурпаһын эсеп, яңы ғына һуйылған ҡаҙ итен бешереп ашаныҡ. Беҙ үткәргән өмә Әсә көнөнә тап килде. Шуға ла мин барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға иҫтәлекле бүләктәр өләштем.

Ошондай өмәләр йыл һайын ҡабатланып торһон! Шулай уҡ ҡаҙ бәпкәләре менән сауҙа иткән өсөн Байрамғоловтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Эштәрендә уңыштар теләйем! 

Венера Вәхитова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас