

Декабрь айы башланыу менән һуғым һуйыу мәшәҡәттәре башланып китте. Беҙҙең ғаиләлә һуғым өмәһе һаҡланып килә. Йыл да туғандар, күрше-күлән менән мал һуябыҙ, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ.
Үткән аҙнала ҡустымдың ғаиләһенә ауылда тана, был аҙнала үҙебеҙгә тай һуйҙыҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ, хәҙерге ваҡытта эсәк, ҡарынды төрлө ысулдар менән эшкәртәләр. Тана малыныҡын избискә һалдыҡ, ә аттыҡына уксус+сода, горчица һәм кока-кола һутын ҡойоп эшкәрттек. Ап-аҡ булып эсәктәр таҙарҙы. Ҡаҙы эшләгән саҡта хатта ирҙәребеҙ ҙә ситтә ҡалмай ярҙамлашты. Тиҙ ҙә, күңелле лә булды. Кискеһен тыуғандарҙы, күршеләрҙе һуғым ашына саҡырҙыҡ. Алла бирһә, алыҫтағы тыуғандарҙы һуғым ашын тәмләргә саҡырырға уй бар.
Конкурс уңайынан, һуғым өмәһендә булған бер тыуғандарыма ҙур рәхмәтемде белдерәм! Ауырымағыҙ-һыҙланмағыҙ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Йорт-ил тыныс булһын, йыл һайын һуғым булып торһон.
Әминә Йәнтурина.