+24 °С
Ямғыр


Быйыл беҙ һуғым йолаһын үткәрергә ҡәйнештәргә барҙыҡ. Бында беҙ бер туғандар бергәләшеп йыйылдыҡ.
Йылҡы малы һуйҙыҡ. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, эсәктәрен юллап алып йыуҙыҡ, унан ҡаҙы тултырҙыҡ, ҡаҙан тултырып ит һалдыҡ.
Ит бешкәс, һәр береһенә өлөш бүлдек: ҡаҙы, ит, бауыр, ҡарта, ҡарын.
"Бисмилла" итеп хужа, ашарға хуш итте. Унан беҙ, туғандар: "Имен-һау балаларың, туғандарың, килгән-киткәндәрең менән ашарға яҙһын!" - тип теләктәр теләнек.
Ҡаланан килгән туғандар өлөш итен бүлеп һалғас, аптырап та ҡалдылар.
Зөбәйлә Үҙәнбаева.
Ғүмәр ауылы.