Конкурстар
26 Ноябрь 2022, 03:00

Альмира Йәнйегетова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ:  Йәнйегетова Альмира Шәриф ҡыҙы.  Альмира Шәриф ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен ҡыҙы Луиза еткерә. 

Альмира ЙәнйегетоваАльмира Йәнйегетова
Альмира Йәнйегетова

Әсәй...Ниндәй нәфис, ҡиммәтле, матур, күңелгә йылы биреүсе һүҙ. Ошо һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдыма әсәйемдең һыны килеп баҫа. Һәр балаға үҙ әсәһе яҡшы, ҡәҙерле, көн дә кәрәк.

Минең әсәйем Йәнйегетова Альмира Шәриф ҡыҙы Бетерә ауылында тыуып үҫкән һәм шунда ғүмер итә. Ул беҙҙең өсөн иң яҡшыһы, иң матуры, иң гүзәле, иң егәрлеһе, иң яғымлыһы, иң-иңдәрҙең береһе .Ҡояш кеүек берәү генә, ул минең берҙән-берем.

Әсәйемдең йылмайыуы, донъялағы бер ниндәй байлыҡ менән дә тиң түгел. "Балам" тип беҙҙең өсөн өҙөлөп тороуы, иң ҙур бәхет бит ул! Ауыр саҡта ла, ҡыуанған мәлдә лә әсәй кәрәк. Уның менән бөтә ауырлыҡтар ҙа еңел генә юҡҡа сыға.

Әсәйем бер ваҡытта ла буш ултырай. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Беҙгә, ике ҡыҙына, ғүмер бүләк иткән. Тормоштоң төрлө һынауҙарын еңеп сығыусы. Әсәйем йылмайһа, бар донъя йәмләнгәндәй була. Әйтерһең дә уға ҡушылып бар донъя йылмая.

Ҡояшҡа тиң әсәйемә бик күп рәхмәттәр әйтер инем. Ниҙәр генә эшләһәм дә аҙ һымаҡ.

Әсәйҙәрҙе яратайыҡ, рәнйетмәйек.Уға бәхет, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләр инем. Сөнки тик улар беҙҙе нисек барбыҙ шулай итеп яраталар. Тик улар өсөн беҙ иң матуры, иң яратҡаны, иң аҡыллыһы булып ҡалабыҙ.

Әсәйҙәр бер генә була бит. Уларға күңел йылыһын йәлләмәйек.

Луиза Хәлитова.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас