Конкурстар
25 Ноябрь 2022, 11:20

Сәриә Юлгилдина

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Беренсе Этҡол ауылынан Сәриә Марат ҡыҙы Юлгилдина. Сәриә Марат ҡыҙына йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен ҡыҙҙары еткерә.

Сәриә ЮлгилдинаСәриә Юлгилдина
Сәриә Юлгилдина


Барыһы өсөн рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәй!

Беҙ үҙебеҙҙең рәхмәт һүҙҙәрен Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙ - Юлгилдина Сәриә Марат ҡыҙына еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ 1966 йылдың 4 мартында Баймаҡ районы Комсомол ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас Магнитогорск ҡалаһында урынлашҡан тәрбиәселәр курсына уҡырға инә. Бер йылдан Аҡморон балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай. 2009 йылда ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетын тамамларға ла өлгөрә.
Әсәйебеҙ 30 йылдан ашыу ғүмерен 1-се Этҡол ауылындағы "Яҙгөл" балалар баҡсаһында сабыйҙар тәрбиләүгә бирә. Һәр балаға күңел йылыһын өләшеп, һәр береһенең күҙ йәштәрен һөртөп, йыуатып, уларға “тормош” тигән китаптың тәүге биттәрен асырға ярҙам итә. Фиҙаҡәр хеҙмәте, һөнәренә тоғролоғо өсөн Баймаҡ районы хаҡимиәтенең мәғариф бүлегенән, Баймаҡ районы хаҡимиәт башлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығын һәм таянысын үҫтергән әсәйебеҙ был баһаға лайыҡ тип һанайбыҙ.
Атайыбыҙ Әҙеһәм Мөхөтдин улы менән бына инде 34 йыл татыу, иңгә-иң терәшеп йәшәп ятҡан көндәре. Беҙгә өс ҡыҙ балаға ғүмер, яҡшы тәрбиә биреп үҫтерҙе улар. Өләсәй һәм ҡартатай булып ике ейән, өс ейәнсәргә ҡарап һөйөнөп бөтә алмайҙар.
Әсәйебеҙ беҙгә бар яҡлап та өлгө. Телеңде йоторлоҡ итеп тәмле аштар әҙерләргә лә, бәйләм бәйләргә лә ул өйрәтте. Кәңәш кәрәк булған саҡта ла иң тәү уға йүгерәбеҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе донъялағы иң матур байрамдарҙың береһе- Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ.
Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, һөйөнөстәргә бай яҡты көндәр, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Бар маҡсаттарыңа ирешеп, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә. Һин беҙҙең һүнмәҫ ҡояшыбыҙ, һиңә барыһы өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Ҡотлау менән ҡыҙҙары. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас