+24 °С
Ямғыр


Минең һүҙем әсәйем Баймаҡ районы, Сосновка ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Әхмәҙулла ҡыҙы Бикеева хаҡында.
Әсәйем ғүмер буйы ауылыбыҙҙа склад мөдире булып эшләне. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Беҙҙең өсөн яратҡан әсәй, өләсәй.
Минең яратҡан, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле әсәйем! Һиңә күңелемдә барлыҡ хистәремде әйтергә донъяла һүҙҙәр етмәҫ кеүек! Минең иң яҡын кешем, минең терәк-таянысым, һиңә мине үҫтергәнең өсөн, тәрбиә биргән өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен.
Һиңә һаулыҡ, оҙон-оҙон ғүмер теләйем.
Ҡайнар сәләмдәр ебәрә Өфө ҡалаһынан ҡыҙың Лилиә, ейән-ейәнсәрең Азалия һәм Искәндәр.