Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Конкурстар
25 Ноябрь 2022, 16:30

Миңзәлә Мырҙағәлина-Шәнгәрәева

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ:  Миңзәлә Шәнгәрәева-Мырҙағәлина. Миңзәлә Дамир ҡыҙына ла рәхмәт һүҙҙәрен балалары еткерә. 

Миңзәлә Мырҙабаева-ШәнгәрәеваМиңзәлә Мырҙабаева-Шәнгәрәева
Миңзәлә Мырҙабаева-Шәнгәрәева

💖Рәхмәтем сикһеҙ, Әсәй!💖

#Һаҡмар_конкурс

Беҙ әсәйебеҙгә-Шәнгәрәева-Мырҙагәлина Миңзәлә Дамир ҡыҙына- рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе әйтәбеҙ!

Уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгәлер, бәләкәй саҡта уҡ яҙмышын мәктәп, балалар менән бәйләргә ҡарар итә. Мәктәпте яҡшы тамамлағандан һуң, Башҡорт Дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында актив йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, группа старостаһы була. Ҡулына диплом алғас, тыуған Баймаҡ районына эшкә ҡайта. Тормошҡа сыға. Атайыбыҙ менән матур ғаилә ҡоралар. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирәләр. Әсәйебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыта. Бөгөнгө көндә лә уҡыусыларының тоғро дуҫы, кәңәшсеһе булып ҡала.

Беҙгә,балаларына, матур тәрбиә биреп, һәр беребеҙҙе юғары белемле итеп, ҙур тормошҡа лайыҡлы итеп оҙатып, һаманда “Баларым!”-тип дәртләндереп, йән атып тороусы, һин, Әсәй!!! Беҙ һине яратабыҙ, һинең менән ғорурланабыҙ, ихтирам итәбеҙ! Атайыбыҙ менән бергә-бергә, иҫәнлектә,һаулыҡта йәшәргә лә йәшәргә яҙһын! Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә яратҡан ҡартатай,ҡартәсәй-өләсәй булып ҡалығыҙ!!!

Байрам менән, Әсәй!

Ҡотлау менән балалары.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас