

Көндәр яҡты булһын өсөн
Әсәй кәрәк!
Йоҡо татлы булһын өсөн
Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн
Әсәй кәрәк!
Донъя йәмле булһын өсөн!
Әсәй кәрәк! Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.
Рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәрен әсәйем Әсәнова Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы һәм ҡәйнәм Сөләймәнова Алтынбикә Сәйетғәле ҡыҙына еткерәһем килә.
“Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙҙе етеп килгән Әсә көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күнел тыныслығы, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, беҙҙең ҡәҙер-хөрмәттә шатлыҡтарға төрөнөп бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотлау менән яҡындарығыҙ исеменән Флүзә Сөләймәнова.