Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Ноябрь 2022, 09:45

Миңзәлә Дилмөхәмәтовова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Моҡас ауылында йәшәгән Миңзәлә Ишбулды ҡыҙы Дилмөхәмәтовова. Миңзәлә Ишбулды ҡыҙына иң изге теләктәрен балалары еткерә. 

Миңзәлә Дилмөхәмәтовова
Миңзәлә Дилмөхәмәтовова

Беҙ рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе Моҡас ауылында йәшәгән Миңзәлә Ишбулды ҡыҙы Дилмөхәмәтововаға еткерәбеҙ. 

Донъялағы иң-иң матур
Кеше, әсәй, һиндер ул.
Матурлығыңа ай, ҡояш,
Йондоҙ ғына тиңдер ул
Донъялағы иң бәхетле,
Иң ҡәҙерле кеше ул!
Әсәйҙе бәхетле итеү
Балаларҙың эше ул.

Ҡәҙерле әсәй! Һине, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешемде, матур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!
Р.S. Изге теләктәр менән балалары!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в