Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Ноябрь , 21:46

Зилә Биктимерова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Зилә Биктимерова.  Зилә Ҡәһәрмән ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен ҡыҙы Диниә еткерә. 

Зилә Биктимерова
Зилә Биктимерова

Ҡәҙерле кешемде - Биктимирова Зилә Ҡәһәрмән ҡыҙын әсәйҙәр байрамы менән ҡотлап рәхмәтемде еткергем килә. Әсәйем оҙаҡ йылдар интернатта тәрбиәсе булып эшләне. Хәҙер ялға сығып өйҙә булғас, шундай рәхәт миңә. Мәктәптән ашҡынып ҡайтыуыма әсәкәйем тәмле аштар бешереп, йылмайып ҡаршы ала, мине лә төрлө тәмле ашамлыҡтар бешерергә өйрәтә. Нимә эшләһәк тә – икәүләп бергә эшләйбеҙ, шунан миңә дәрес әҙерләргә ярҙам итә, аҙаҡ бергәләшеп кино ҡарайбыҙ. Әсәкәйем, беҙгә – дүрт балаһына яҡшы кеше булырға өйрәтә, атайыбыҙҙы хөрмәт итергә, ололарға кешелекле булырға өндәй. “Ике ағайыңдан һуң, ҡыҙым һин тыуғас, шул тиклем ныҡ ҡыуандым”, - ти ул, шуға мин дә әсәйемде ҡыуандырырға ғына тырышам. Ошо матур көн уңайынан әсәйемә йыр һүҙҙәрен бүләк иткем килә.
Әсәйҙәр йылмайғас,
Өй эсе йәмлерәк.
Әсәйҙәр бешергән
Аштар ҙа тәмлерәк.

Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.

Әсәйҙәр бер генә –
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
Ҡыҙы Биктимирова Диниә, ҡаланың 5-се мәктәбе уҡыусыһы

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в