Конкурстар
23 Ноябрь 2022, 10:18

Рәзилә Ғафарова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Рәзилә Вәлит ҡыҙы Ғафарова.  Рәзилә Вәлит ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен Әхмәр ауылында йәшәүсе ҡыҙы Гөлдәр Ғафарова еткерә. 

Рәзилә ҒафароваРәзилә Ғафарова
Рәзилә Ғафарова


Бишек йыры... Ә сәңгелдәктә иҙрәп китеп бала йоҡлай. Үҙе шундай кескәй генә. 

Әсәһенең әлли-бәлли көйөнә бәүелеп ятҡан сабый – ул мин. Ҡарағыҙсы, күпме һөйөү әсә күңелендә? Һүҙҙәр менән дә еткерә алмаҫһың. Әсәйем берсә башымдан һыйпай, берсә арҡамдан һөйә. Ә мин ҡолас ташлап йоҡлай бирәм. Бына йоҡом туйһа, өйҙө яңғыратып илай башлайым. Әсәйем шундуҡ йыуата... 

Эйе, минең әсәйем – тормошомдоң биҙәге. Ул миңә тормош бүләк иткән, тәрбиә биргән, мине күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Күпме йоҡоһоҙ төндәр, көндәр... Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Былар барыһы ла «ҡыҙым – күҙ нурым», тип яныуҙары. 

Әсәйемдең миңә булған мөхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәгән һәм һүрелмәгән. 

Тормошома йәм өҫтәүсе кешем менән мин дә ғорурланырға хаҡлымын. Әсәйем, Ғафарова Рәзилә Вәлит ҡыҙы, Ирәндек ҡуйынына һыйынып ултырған Баймаҡ һылыуы. Үҙе шул яҡтарҙа тыуып үҫкәнгәме, яҡын кешем - тәбиғәт балаһы. Тәбиғәттең ябайлығына ла ҡыуана белә. Йылдағыса үҙ еребеҙҙә сәйәхәт ҡылмайынса, уның күңеле тынысланмай. Хатта Йәнгүҙәй тауын биш бармағыбыҙ кеүек беләбеҙ. Ул ғаиләбеҙ өсөн изге урынға ла әйләнде. Барыһы ла әсәйем өсөн.

Әйтергә онотоп торам: Йәнгүҙәй тауы – Ирәндектең иң бейек нөктәһе. Ә һеҙ шуны белә инегеҙме? 

Әсәйем гөлдәр ярата. Эйе, ул - матурлыҡ алиһәһе. Өйөбөҙ тулы гөл, урам да, баҡса ла шау сәскәгә күмелеп ултыра. Эх, күрһәгеҙ ине! Әкиәт донъяһына юлыҡҡандай булаһығыҙ. Күҙҙәрегеҙ ҡамашып, хайран ҡалаһығыҙ, хатта хуш еҫтәренән башығыҙ ҙа әйләнер. Шуға ла бер бөртөк ҡыҙы ла Гөлдәр исемле булһын тигәндер.
Әсәйемдең ҡулдары ла алтын, бар эшкә лә өлгөрә. Бер ваҡытта ла эшһеҙ торған саҡтарын күргәнем булманы. Бешергән аштары, бәлештәре... Уларҙы ауыҙ итһәң, бар арыуыңды онотаһың.

Сабыйҙарға булған һөйөү әсәйемде балалар баҡсаһына, ә аҙаҡ мәктәпкә юлыҡтыра. Һәр баланы үҙенекеләй күреп, уға изгелек кенә теләй.
Мин бәхетле, сөнки миңә терәк булыусы, төп таянысым ғаиләм янымда. Ә әсәйем бигерәк тә бәхетле, сөнки янында үҙе өсөн ҡәҙерле булған әсәһе, тормош юлын бергә үтеүсе йәре , «Әсәй!» - тип өндәшеүсе балалары, «Өләсәй!» - тип йүгереп йөрөүсе ейән-ейәнсәрҙәре бар.

Гөлдәр Ғафарова.

Баймаҡ районының Әхмәр ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас