



Әсәйемә рәхмәт әйтәм
Әсәй... Ниндәй матур, яғымлы һүҙ. Һәр бер кешегә үҙ әсәһе яҡшы, ҡәҙерле, барыһынан да матурыраҡ. Минең иң ҡәҙерле кешем әсәйем Халисова Нәжиә Фәтхислам ҡыҙы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында 1981 йылда тыуған. Ул өс балаға ҡәҙерле әсәй. Гөлзифа апайым Салауат медицина колледжын тамамлап, инде 3 йыл Мәскәү ҡалаһында медсестра булып эшләй. Амур ағайым Абхазияла әрме сафтарында хеҙмәт итеп йөрөй, ә мин ҡаланың 5-се һанлы мәктәбендә белем алам. Әсәйем беҙҙе барыбыҙҙы ла белемле итергә тырышып тора, “Уҡыһағыҙ – кеше булырһығыҙ, эшегеҙ булыр, йылы өйөгөҙ, тәмле ризығығыҙ булыр”, ти ул. Яңғыҙына өс баланы үҫтереүе ай-һай еңел түгелдер инде, тип уйлап, мин дә әсәйемде ҡыуандырырға тип кенә тырышып уҡыйым, үҙ аллы булырға күнеккәнмен.
Әсәкәйем вахта ысулы менән алыҫ Выборг ҡалаһында эшләй, мин уны һағыным, һәр көндө иҫәпләп, ашҡынып көтөп алам. Ҡәҙерле әсәкәйем, беҙ тип тырышҡаның өсөн рәхмәтемде еткереп, әсәйҙәр көнө менән ҡотлайым, мин һине ныҡ яратам, һау булыуыңды һәм һәр ваҡыт эргәмдә булыуыңды теләйем.
Ҡыҙың Рәсилә.