

Беҙ Йылайыр районынының Байғужа ауылынан булабыҙ. Беҙ рәхмәт һүҙҙәрен әсәйебеҙгә еткерергә теләр инек. Әсәйебеҙ Миләүшә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Байғужина атайыбыҙ менән матур тормош көтә. Был яҡтан беҙ һис шикһеҙ бик тә бәхетлебеҙ.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ! Беҙ һине ысын күңелдән ошо матур байрам менән ҡотлайбыҙ. Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ҡышҡы ап-аҡ ҡарҙай ап-аҡ бәхеттәр, үҫтергән балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп, ҡыуанып, шатланып атайыбыҙ менән бергә-бергә иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта тигеҙ татыу тормош көтөүегеҙҙе теләйбеҙ!!! Әсәй беҙ һине яратабыҙ!
Һәйкәл ҡуйыр инем һинә әсәй,
Бөтә кешелеккә ҡалырлыҡ,
Ул һәйкәлгә исем бирер инем:
Оло һөйөү, Намыҫ, Сабырлыҡ!!!
Ҡотлау менән улдарың Фәнзил, Айназ, ҡыҙҙарың Регина, Наҙгөл, Лилиә, кейәүең Руслан, ейәндәрең Арсен, Илгиз, Айтуған, ейәнсәрең Айгүзәл.