Конкурстар
22 Ноябрь 2022, 09:58

Зөлфиә Боҫҡонова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Баймаҡтан Зөлфиә Рәфкәт ҡыҙы Боҫҡонова. Әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен ҡыҙы Зөмәрә еткерә. 

Зөлфиә БоҫҡоноваЗөлфиә Боҫҡонова
Зөлфиә Боҫҡонова

Беҙҙең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ Баймаҡта йәшәй. Ул - Зөлфиә Рәфкәт ҡыҙы Боҫҡонова. Ҡәҙерлебеҙҙе Әсә көнө уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ.

Әсәйебеҙ һигеҙ ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләй.

Шулай уҡ атайыбыҙ менән уларҙың бергә йәшәгәненә тап Әсә көнөндә 30 йыл тула. Ошо уңайҙан ҡәҙерлеләребеҙҙе йәнә бер тапҡыр һеҙҙең төркөм аша ҡотлайбыҙ. 

Ҡәҙерле әсәй һәм атай! Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас