Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Конкурстар
22 Ноябрь 2022, 06:23

Айһылыу Фазуллина менән Әнүзә Мәжитова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсанттарыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ.  Икеһе лә ӘСӘЙ тигән оло исемгә лайыҡ булған Айһылыу Динислам ҡыҙы Фазуллина менән Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы Мажитова.  Был бөйөк әсәләр тураһында береһенә ҡыҙ булған, икенсеһенең килене Миләүшә Мәжитова рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. 

Айһылыу Фазуллина менән Әнүзә МәжитоваАйһылыу Фазуллина менән Әнүзә Мәжитова
Айһылыу Фазуллина менән Әнүзә Мәжитова

 

Минең өсөн иң ҡәҙерле ике Әсәй тураһында булыр һүҙем. Улар - минең ғәзиз Әсәйем һәм минең ҡәҙерле Ҡәйнәм.

Әсәйем Айһылыу Динислам ҡыҙы Әбйәлил районы Әхмәт ауылында,

Айһылыу Динислам ҡыҙыАйһылыу Динислам ҡыҙы
Айһылыу Динислам ҡыҙы

ҡәйнәм Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында йәшәй. 

Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙыӘнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы
Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы

Уларҙың икеһе лә минең өсөн өлгөлө Әсәй.

Туғыҙ ай буйы йөрәк аҫтында йөрөтөп, мең ғазаптар кисереп беҙҙе яҡты донъяға тыуҙырған, күкрәк һөтө имеҙеп үҫтергән ғәзиздәребез.

Оло йөрәкле, тәрән аҡыллы, сабыр холоҡло Әсәйҙәр улар. Үҙебеҙ инде атай-әсәй булһаҡ та, улар янында беҙ иркә балалар әле һаман.

Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған наҙлы, изге, йомарт Өләсәйҙәр улар.

Ҡәҙерлеләремә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер, тыныс күк йөҙө теләйем! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һеҙ беҙгә бик ныҡ кәрәк!

Миләүшә Мәжитова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас