Конкурстар
20 Ноябрь 2022, 16:05

Рәзилә Аралбаева

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Беренсе Этҡол ауылынан Рәзилә Рәфҡәт ҡыҙы Аралбаева.  Рәзилә Рәфҡәт ҡыҙына йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен балалары еткерә. 

Рәзилә АралбаеваРәзилә Аралбаева
Рәзилә Аралбаева

Беҙ рәхмәт һүҙҙәрен Беренсе Этҡол ауылынан әсәйебеҙгә ― Аралбаева Рәзилә Рәфҡәт ҡыҙына еткерәбеҙ. 

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙ! Һине донъялағы иң матур байрамдарҙың береһе ― әсәйҙәр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Был байрамда һиңә ниндәй генә теләктәр теләһәк тә аҙ кеүек тойола. Ниҙәр генә теләһәк тә аҙ кеүек тойола. Әммә шулай ҙа тормош күгендә осарлыҡ ныҡлы ҡанатыбыҙ, бейеклектәрҙе яуларлыҡ көсөбөҙ өсөн, сәләмәт тәнебеҙ, алған белемебеҙ, ҡайҙа ғына булһаҡ та, ҡайтып йылынырлыҡ, көс алырлыҡ йортобоҙ өсөн мең-мең рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! 

Әсәй, бөгөнгөләй алсаҡ, һылыу, матур йәнле булып ҡал. Йөҙөң ҡайғы-хәсрәт күрмәһен, күҙҙәреңдән нурҙар һүнмәһен! Киләсәктә лә беҙҙең бәхетебеҙгә ҡыуанып, ихлас мөхәббәтегеҙҙе тойоп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе ишетеп, тәрән ихтирамға төрөлөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер ит. 

Әсәй беҙ һинең менән һоҡланабыҙ, яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һин беҙгә бик кәрәкһең! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас