Конкурстар
20 Ноября 2022, 12:48

Хөриә Биктимерова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Хөриә Әһлей ҡыҙы Биктимерова.  Хөриә апай тураһында ҡыҙы Мәүлиҙә Ишбаева яҙып ебәргән.   

Хөриә БиктимероваХөриә Биктимерова
Хөриә Биктимерова

Рәхмәтем сикһеҙ, әсәйем! 

Мин дә әсәйемде етеп килгән матур байрамдарҙың береһе булған Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайым. Ҡәҙерле әсәйебеҙгә, өләсәйебеҙгә, ҡартәсәйебеҙгә, ҡәйнәбеҙгә, шулай уҡ атайыбыҙ Хәбир Мәхмүтйән улына ҡоростай сәләмәтлектәр, ғаилә бәхеттәре, балалар ҡыуаныстары, именлек теләйбеҙ. 

Атайым менән әсәйебеҙ беҙҙе ― өс баланы тәрбиәләп, ел-дауылдарҙан ҡурсалап, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Әсәйелеҙ ғүмер буйы "Һаҡмар" колхозында алдынғы һауынсы булып эшләне. Депутат булып һайланды. 

Әсәйебеҙ хеҙмәт юлын 17 йәшендә һауынсы булып башлай. Ул ваҡытта һыйырҙы ҡул менән һауған булалар. Аҙаҡ ҡына махсус аппарат алына. 

74 йәшлек әсәйебеҙ емеш-еләккә йөрөргә ярата, дарыу үләндәре йыйып киптерә. Гөрләтеп баҡса үҫтерә. Гәл-сәскәләр ярата. Сигеүғсигә, ырғаҡ менән бәйләй, йөн иләп, йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй. Аҙаҡ ул балаларына, ейәндәренә бүләк итә. 

Шулай уҡ ул көн һайын тәмле еҫтәр сығарып, ҡамыр аштарын бешерә. 

Әсәйебеҙ йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Концерттарҙа ҡатнаша, шиғырҙар, бәйеттәр һөйләргә ярата. Китаптар, журналдар уҡырға ярата. 

5 йәштән генә атайһыҙ ҡала. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәнгә үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, барлыҡ хәленән килгән барлыҡ эштәрҙе эшләп үҫә. 

Рәхмәт әсәй, барыһы өсөн дә! 

Мәүлиҙә Ишбаева.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас