

Минең әсәйем Ғөбәйҙуллина Гөлмира Хәсән ҡыҙы 1972 йылдың 20 февралендә Ишембай районы Ҡолғана ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып доньяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алғас, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Заманалар үҙгәреп, бухгалтеряны мәғариф бүлегенә ҡушалар. Әле әсәйем Ишембай ҡалаһында яратҡан һөнәре буйынса эшен дауам итә.
Быйыл әсәйемдең юбилейы -50 йәше тулды. Мин әсәйемде бик яратам һәм уға эшендә уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Мин үҙем һәм әсәйем менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, дипломдар, китаптар отабыҙ.
Таң артынан ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй.
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү күргәндәй.
Унан яҡын доньяла
Һис берәү ҙә юҡ.
Унан башҡа йәшәүҙең
Бер йәме лә юҡ.
Ерҙең һулышын йылы
Әсәй булғанға.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.
Иң изге теләктәр менән улың Илнур Гөбәйҙуллин,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия интернатының 7"в" класс уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы.