Конкурстар
24 Октябрь 2022, 07:40

Еңеүселәр бүләкләнде

Викторинаға йомғаҡ яһалды һәм бөгөн еңеүселәр редакцияға саҡырылды.

Еңеүселәр бүләкләндеЕңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде

Октябрь башында “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районынынң территориаль һайлау комиссияһы менән берлектә Республика көнөнә ҡарата конкурс ойошторғайны. Ул гәзиттең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә үткәрелде. Викторинала 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәш һайлаусылар ҡатнашты. Һорауҙар республика, Баймаҡ районы һәм ҡалаһына ҡағылышлы булды.

Үткән аҙнала конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр асыҡланды:

1-се урын – Римма Йәноҙаҡова,

2-се урын – Рәзинә Йомағужина,

3-сө урын – Зөләйха Мирзина.

Ә бөгөн еңеүселәр редакцияға саҡырылды. Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Азамат Мөхәмәтшин һәм Баймаҡ районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шәрәфетдин Моталлапов еңеүселәрҙе тәбрикләп, уларға бүләктәр һәм дипломдар тапшырҙы.

Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас