

Хөрмәтле дуҫтар! “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ территориаль һайлау комиссияһы менән берлектә Республика көнөнә ҡарата конкурс ойоштора. Унда 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәш һайлаусылар ҡатнаша ала. Уның өсөн түбәндәге һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Яуаптарҙы төркөмгә шәхси смс итеп ебәрегеҙ. Конкурста беҙҙең төркөмдөң яҙылыусылары ғына ҡатнаша ала.
Исем-фамилияғыҙҙы, йәшәгән урынығыҙҙы, йәшегеҙҙе, бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙырға онотмағыҙ. Жюри тулы һәм аныҡ итеп яҙылған эштәрҙе генә ҡарай. Иң беренсе һәм тулы итеп ебәрелгән эштәр еңеүсе тип табыласаҡ. Еңеүселәр пауэр банк (1-се урын), флешка (2-се урын), Баймаҡ районы энциклопедияһы (3-сө урын) һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ 14 октябрҙә яһаласаҡ.
ВИКТОРИНА ҺОРАУҘАРЫ
1. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ҡасан барлыҡҡа килгән?
2. “Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында”ғы декларация ҡасан ҡабул ителә?
3. Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы? Ул ҡайһы ваҡытта булған?
4. Башҡортостан гербы авторы?
5. Башҡортостан гимны авторҙары һәм ул ҡасан ҡабул ителгән?
6. Республика гербындағы ҡурай сәскәһе нимәне аңлата?
7. Республикала нисә район һәм ҡала бар?
8. Республика ниндәй өлкәләр һәм республикалар менән сиктәш?
9. Бөгөн республика менән идара итеүсе Р.Ф. Хәбиров ҡасан Башҡортостан Башлығы итеп һайланды?
10. Республиканың закондар сығарыусы органы (парламент) нисә депутаттан тора?
11. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау ҡасан үтәсәк?
12. Башҡортостанда нисә милләт йәшәй?
13. Башҡортостандағы иң тәрән һәм иң ҙур күлдәр?
14. Республикала нисә заповедник бар? Уларҙың исемдәре?
15. Башҡортостанда нисә тәбиғәт паркы бар? Исемдәрен атағыҙ.
16. Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәләре?
17. Ағиҙел йылғаһы ҡайҙан баш ала? Уның эре ҡушылдыҡтары?
18. Урал йылғаһы элек нисек аталған? Ул ҡайҙан баш ала һәм ниндәй диңгеҙгә ҡоя?
19. Баймаҡ районы ҡасан ойошторолған? Ул ҙурлығы буйынса республика райондары араһында нисәнсе урында тора?
20. Баймаҡ ҡалаһына ҡасан ҡала статусы бирелә?