Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Август 2022, 12:35

Гөлгенә Ниәтшина

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсы тамамланыуға ҡарамаҫтан йәнә бер хат килде. Ҡуйығыҙ, тип ныҡ үтенделәр. Беҙ, әлбиттә, тарта алманыҡ. Һуңлап булһа ла күршеләргә дан йырлаған конкурсҡа ҡушылыуын ихлас ҡабул итәбеҙ. Рәхим ит, тип әйтәбеҙ. Шулай итеп, ҡаршы алығыҙ: Гөлгенә Ниәтшина. Гөлгенә апайҙың күршеһе Мәрхәбә апаһына дан йырлаған хатын сайттан уҡығыҙ!

Гөлгенә Ниәтшина
Гөлгенә Ниәтшина

Йәшә Ерҙә эҙҙәр ҡалдырып...”

Рәми Ғәрипов

-- Мәрхәбә! -- тигән һүҙҙе ишетеп, барыһы ла түшәктә ятҡан ҡәйнәм яғына боролоп ҡараны.

-- Зәкиә апай, мин бында, -- тип яғымлы тауышы менән Мәрхәбә апай өндәште һәм ҡәйнәмдең янына уҡ барып етте.

Ҡәйнәм күҙҙәрен тултырып ҡараны ла йылмайып уҡ ҡуйҙы. Тап ошолай ул һуңғы һулышын алып, яҡты донъя менән хушлашты. Был ваҡиға минең күҙ алдынан ҡабат-ҡабат үтә бирҙе.

Күршем булған Мәрхәбә апай тураһындағы хәтирәм менән уртаҡлашырға булдым был яҙмамда.

***

Тыҡрыҡта егелгән ҡара ат тора. Күрше апай йәтешләп арбаға ултырған, дилбәгәне тотоп, бәләкәс ҡапҡа яғына ҡарай-ҡарай хужаһын көтә. Бына хужа кеше килеп сыҡты. Ҡулында ваҡ-төйәк күренә, шул ыңғайы еңелсә арбаға һикереп тә ултырҙы. Арыу-талыуҙы белмәгән Ҡарат(ҡушаматы шулай) елдәр иҫкәнен һиҙеп, сәхрә-далаларға атлыға яҙып, бер ерҙә тора алмай оҙаҡ тыпырсына. Уҡтай атылғандай башын-кәүҙәһен тура тотоп, ҡояшҡа йылҡылдап торған ялдарын сайҡай-сайҡай һарҡыуҙан йүгерә-саба һыу буйына төшә, тик арбаның тәгәрмәстәре генә дағор-доғор килеп саң ямғырын яуҙыра.

-- Әттәгенәһе, юлдарығыҙға тап килдем, хәйерле генә булһын инде, -- тип борсолвңа ҡуйҙым.

Борон-борондан юлсыларға кешеләр осрамаһа, хәйерле була тип ишеткәнем бар. Юлдың уңыу-уңмауы ла осраған кешегә ҡарап билдәләнгәнен дә беләм. Хатта бәғзе берәүҙәрҙе күреп, бөгөн юл уңмай, тип кире әйләнгәндәр ҙә булғылай. Ғәҙәттә буш күнәк менән осраһаң, юл уңа, тиҙәр. Йәнәһе буш күнәкле кеше еңел аяҡлы, матур күңелле була.

...Күҙ алдымда, алтын көҙҙөн бер көнө ине: атайың менән әсәйең иңгә-иң терәшеп арбала ултыра. Егәрле ҡара атығыҙ тыҡрыҡтан даңғор-доңғор килеп төшөп китә. “Былар ҡайҙа бара икән? Бесән бөттө, емеш-еләк юҡ”, -- тип артарынан ҡарап уйға баттым. Күршеләремде иҫкә алып Рәзилә ҡыҙҙарына һөйләйем:

-- Көҙөн улар ҡомалаҡҡа йөрөнө. Гел икәү барырҙар ине, -- иң ҡәҙерле кешеләрен кинәт кенә иҫләгәс, Рәзиләнең күҙҙәренән һағыш сатҡылары сағылып ҡалды.

Әһә! Ниһайәт, нисә йылдарҙан һуң белдем. Баҡһаң күршеләрем бик изге, сауаплы эштә йөрөгән икән. Эйе, күптәр: “Әсеткене беҙ әнейҙән алабыҙ”, -- ти торғайны. Ярты ауылға әсетке таратырлыҡ ҡомалаҡты күпме йыйырға кәрәк икән!? Моғайын да тоҡлап түгел, йөкләп ташыптыр.

Ә ҡомалаҡ әсеткеһенән бешкән икмәктен еҫтәре ниндәәәй! Ул өйгә генә түгел, бар донъяға тарала бит ул! Бигерәк тә балалар икмәктең бешкәнен көтөп алып “әсикмәк, әпәкәй”, тип ҡулдарына тотоп уҡтай атыла урамға. Ә унда урам малайҙары әллә ҡасан инде йылы икмәкте көтөп тора. Тиҙҙән уларҙың барыһы ла эскәмйәгә теҙелешеп ултырып икмәк кимерә башлай.

Әнейҙең” исеме Мәрхәбә. Исеме үҙенә тура килә, ул уникаль, үҙенсәлекле тигәнде аңлата. Ауылдаштар апайҙы исеме менән әйтмәй, яҡын күреп “әней” тип йөрөттө.

Бәғдәнур ағайыбыҙ бер нисә күреүҙә уға ғашиҡ була. Ҡыҙ ғашик булмаҫлыҡ та түгел ине шул! Оҙон буйлы, күк күҙле, мөләем йөҙлө, оҙон бөҙрә һарғылт-ҡара сәстәр тубыҡҡа төшөп тора. Ағайыбыҙ күп уйлап тормай “өйләнәм”, тип өйҙәгеләргә өҙөп һалып әйтә. Был яңылыҡ ауылда ла аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды. Ҡыҙҙарҙың йоҡоһо ҡаса. Егеттең дә ниндәйе бит әле! Үҙе һөлөк кеүек һылыу, баһадир кәүҙәле, ҡуйы ҡашлы, ҙур ҡоңғорт күҙле. Етмәһә түшен биҙәгән миҙалдары әллә нисә рәт булып теҙелгән. Ете йыл һуғышта булыуының шаһиты улары.

- Юлыҡтан килен алғандар икән, - тиешә бар ауыл.

-Матууурмы? Татааармы? -- ҡыҙыҡһыныуҙары арта бара. Ул ғына ла түгел, уларҙы күрше-тирәгә тиклем ярыҡ-тишектән күҙәтеп-күҙәтә.

-- Кәләше лә кәләше!!! -- килендең йөҙөнә-башына ҡарап, ағай-эне башын сайҡай.

Ҡәйнәһе лә киленен ҡүҙәтә. Ә йәш кәләш ҡулын һис ҡаушырып ултырмай, иртән тороп бар эште бөтөрә: һыйырҙарҙы һауа, һөтөн бора, йыуғанын йыуып-элеп, йоҡонан тороусыларға өҫтәл әҙерләй. Ҡайнап-борҡоп ултырған самауыр артында сәй эскән ҡәйнәһе үҙ уйында: “киленең нисек” тигәндәргә тотоноҡло ғына яуап биреп: “Барыһын белеп эшләй”, -- ти. Ә үҙе эстән киленемдән бик уңдым, ана бит иҙәнемдең таҡталарын ҡалай ҡырып-йышып сей-һары итеп һалып ҡуйҙы. Үҙенә күҙ тейеп кенә ҡуймаһын инде.”

Килен түтәл эшләп, йәшелсә-емеш ултыртҡас: “Үҫерме һуң?” -- тип ҡәйнәһе генә һорамай, күптәре килеп: “Үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәйек әле!” -- тип ныҡыша. Аҙаҡ үҫтеме икән, тип хатта ҡойма аша ҡарап ҡыҙыҡһынғандар була.

Йылыға йылан да эйәләшә, тип халыҡ белмәй әйтмәйҙер, килендең көләс йөҙөн, йылы ҡараштарын тойоп, ипле һүҙҙәрен ишетеп бар туғандары, зат-ырыуы ҡыуана. Тиҙ-арала йәш килен башҡортса һөйләшергә лә өйрәнеп ала. Ә бер көнө йомошҡа күршеһенә инә, “с” хәрефенән башланған һүҙҙе “һ” менән әйтеп ҡуя, ә тегеләр тәгәрәшеп көлә. Был көлөүҙәре күңеленә осло уҡтай ҡаҙала, эстән һыҡранһа ла бирешмәй. Был көндән ул үҙ телендә генә һөйләшергә, тигән ҡарарға килә.

Мәрхәбә апай әсәһенең өгөт-нәсихәттәрен гел иҫтә тота: килен булған ергә таштай бат, иреңдең туғандарын ҙурлаһаң – уның күңелен табырһың, әйбер иҫке булһа ла таҙа булһын, бар нәмәгә ҡәнәғәт булып йәшә, ирең эштән ҡайтһа – ашъяулығыңды түшәй һал...

Ояһында ни күрһә – осҡанында ла шул, ти халыҡ. Үҙҙәренең дә ишле ғаиләһе була: дүрт ҡыҙ, биш малай. Атаһы һуғышҡа китә. Аслы-туҡлы ҡатын-ҡыҙҙар, хатта бәләкәстәренә тиклем һуғыш тиҙерәк бөтһөн тип ярҙам итә, оҙон төндәрҙә улар шәм яҡтыһында (уныһы ла булһа әле шөкөр, ә күбеһе ҡаҙан аҫтына ут яғып ултыра) һуғышҡа бәйләм бәйләй, дебеттән оҙон үңәсле свитерҙар, бейәләй-ойоҡтар. Нужа һурпаһын күп татып, күргән михнәттәр үҙәгенә үткән апай шул ваҡытты иҫкә алып, ауыр көрһөнөп алвр ине. Шуға ла тормоштоң ҡәҙерен белеп, унан йәм табып йәшәргә тырыша.

Ваҡыт даръяһы аға, килен таштай ята. Булған күркәм сифаттарына тағы һәйбәт хужабикә, әсәй, герой-әсә, өләсәй, матур ҡатын, шәп күрше кеүектәре өҫтәлә. Ә, иң мөһиме, “әней” тип барыһы ла уға өндәшә.

Ауылда үткән аяттарҙа, мәжлистәрҙә әнейҙе хужабикә эргәһендә күрергә була, берсә өҫтәлгә аш ризыҡтарын ултыртырға ярҙамлаша, берсә уларҙы алып сәй тигәндәрен ташый. Ә унан инде ҙур самауыр артында уңайлыраҡ ултырып, сәй яһай башлай. Ҡунаҡҡа үҙе бер ҙә буш ҡул менән килмәй: эсе икмәген, ҡоротон тотоп килә. Өйҙәренә ингән кешенең ҡулын да һис буш сығармай: йә бөйөрөгөн, йә ҡоймағын тоттора. Ундай йомарт кешеләрҙе халык “хәйерен алдан тарата”, ти.

-- Мәрхәбә апай, ҡалай тәмле еҫтәр сыҡҡан, -- тип ҡыҙыҡһындым бер ингәнемдә.

-- Аш пешерәбез, лавр япрағын, бер-нисә ҡара борос, ярты суған салдым, әнейем шулай пешерер ине, -- тип әнейен иҫкә төшөрә.

-- Йәшел һуғандан бөйөрөк бешерергә йөрөйөм,-- ти бер ваҡыт.

-- Ә ул әсе булмаймы? -- тип аптырайым.

-- Юҡ, әсе булмый. Ҡаймаҡ белән бутайсың бит уны, - ти миңә ҡарап Мәрхәбә апай.

-- Тәмле бәлештәр, телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡтар менән кешеләрҙе һыйлайһығыҙ, ҡамырҙың сере нимәлә, -- бик белгем килә тигән йөҙ менән апайға ҡарайым.

-- Бер-ике ҡалаҡ әсегән сөт салам, йә ҡатыҡ, -- йылмая апайым.

-- Һәр ваҡыт ҡоротҡа сейә һалып ҡайнатағыҙ, - тип дауам иттем.

-- Эйе, ағайың бит шикәр ашамай, сейәле ҡорот менән генә сәй эсә, -- тине.

Апайға ҡарап көнләшерлек. Тәбиғәт уға аң-белемде мул өләшкән, шуға ла ул барыһы менән үҙе лә йомарт бүлешә. Әсәйҙән күргән тун бескән, тигәндәй уның үҙенең биш ҡыҙы ла бар эштең рәтен сиратын белеп үҫә. Ғаилә ишле булғас (туғыҙ бала), ҡыҙҙарға ла эш етәрлек.

Апай “әнейем” тигән һүҙгә гел баҫым яһап әйтә, ул һүҙҙән йылылыҡ һирпелгәндәй тояһың. Ысынлап та, уның әсәһе бөйөк һүҙҙәргә, ҙурлауға лайыҡ: бар кешеләргә “әней”, тип әйтерҙек ҡыҙҙы тәрбиәләп үҫтергән.

Силәгенә күрә ҡапҡасы”, тигәндәре күп ваҡыт тура килә. Был беҙҙең күршеләргә лә ҡағыла. Бәғдәнур ағайҙың һәр ваҡыт ҡулында сүкеш, көрәк, һәнәк күрәһең. Уның ихатаһында бер сүп-сар күрмәҫһен, һәр әйбер үҙ урынында, эләгеп-һарҡып торған таҡта, ҡойма юҡ, рәткә теҙелгән күп утын, малды ла ишле көтә, йүнсел,егәрле булыуы, алды-ялды белмәгәнгә бар донъяһы балҡып тора. Ғүмер буйы колхозда эшләй, башта малсылыҡта, аҙаҡ йылсылыҡта. Улдары ла атайҙарына ҡарап эшһөйәр булып үҫә, уҡыуҙарын тамамлай һалып, колхозға эшкә төшәләр. Ә Мерхәбә апай алъяпҡысын бер һалмай, гел аяҡ өҫтө йорт мәшәкәттәре менән булыша, шуға ла уның өйө бөхтә йыйыштырылған, таҙа, ап-аҡ итеп ағартылған, буялған, өҫтәл тулы ризыҡ. Аласыҡ менән усаҡлыҡ та шулай. Колкоздала ағай менән бергә эшләй. Күп йылдар Аҡтырнаҡта ғаилә менән ҡыуышта ятып, бесән эшләйҙәр, апай бесәнселәргә аш бешерә, “кашевар” тип ул ваҡытта йөрөттөләр. ”Колхоздың шәп саҡтары, беҙҙәң йәш саҡтар, тип апай йыш иҫкә ала ул йылдарҙы. Аҙаҡ йәйләүҙә ятып, бейә һауып ҡымыҙ эшләйҙәр.

Бихисап кеше уның ҡулынан татлы аштар, тәмле сәйҙәр, ҡымыҙ менән һыйлана.

Тора-бара ауылда уға күркәм сифаттар ҡушыла: уңған хужабикә, өлгөлө әсәй, өләсәй, герой-әсә, һәйбәт ҡатын, күрше... Уның был сифаты тураһында әйтмәйенсә булдыра алмайым. Мәрхәба апайыбыҙ немец теленән уҡытыусы булырға хыяллана. Был телдә ул иркен һөйләшә лә белә ине. Тик ул имтихандар биргәндә, башҡорт теленән диктанта хаталар ебәрә. Был хыялы хыял ғына булып ҡала шулай. Әле лә немец телендә иркен һөйләшә ала. Хатта йырҙарын да йырларға ярата.

Ғүмер буйы Мәрхәбә апай барыһына “әней” була белде. Ауылға килен, кейәү төшһә, ул ҡәҙерле ҡунаҡ булып саҡырыла, бала тыуһа ла, үлгәндәрҙе тәрбиәшергә лә ҡалмай йөрөй. Тормош ал да гөл генә бармай бит, барыһын да үтәргә тура килә уларға, ләкин уларҙың оло мөхәббәте бөгөлмәй барыһын еңеп сығырға ярҙам итә. Ҡулға-ҡул тотоношоп ярты быуат йәшәйҙәр, бар балаларын йыйып үҙҙәренең алтын туйҙарын гөрләтеп туйлайҙар. Улар бик бай: ҡырҡтан ашыу ейәнсәр-бүләсәләр бар. Мәрхәбә апай бар кешеләргә “әней” булып, туҡһан йәшкә тиклем йәшәй. Бар донъяға яҡты йондоҙҙай яҡтыртып, яҡты эҙҙәр ҡалдырып, аҙашҡандарға юл күрһәтеп, мохтаждарға йылыһын өләшә-өләшә йәшәй ул.

Гөлгенә Ниәтшина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: