Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Август 2022, 08:35

Айгөл Йәнбирҙина

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсы тамамланыуға ҡарамаҫтан Айгөл Йәбирҙина шылтыратып: "Мин һуңланым да ҡуйҙым. Зинһар мине лә ҡатнаштырығыҙ!" -- тип һорағас, баш тарта алманыҡ. Һуңлап булһа ла күршеләргә дан йырлаған конкурсҡа ҡушылыуын ихлас ҡабул итәбеҙ. Рәхим ит, тип әйтәбеҙ. Шулай итеп, ҡаршы алығыҙ: Айгөл Йәнбирҙина. Айгөлдөң хатын сайттан уҡығыҙ! 

Айгөл Йәнбирҙина
Айгөл Йәнбирҙина

Берегеҙҙә йәннәткә инмәҫ, әгәр күршеләрегеҙ һеҙҙең яманлыҡтан ҡурҡһа.

Аллаға шөкөр! Ошо өйөбөҙгә күсеп килеп ҙур ҡыуаныс алдыҡ. Ҡаланан алыҫ булһа ла йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт тигәндәй, Ирәндектең итәге, Таналыҡтың буйы.Эйе, беҙ күсеп килгәндәге менән бөгөнгөнө сағыштырып булмай.Күҙгә күренеп тиҫкәре боролош.

Әәә.Минең һүҙ, күршеләр тураһында. Күршеләр… Аллаға шөкөр. Күршеләр беҙҙе борсоманы, беҙ уларҙы борсоноҡ.Борсоноҡ, беҙҙең өс малай,пачти ен һымаҡ. Борсоноҡ тигәстә, юҡ, минең малайҙарҙың бер кемгә лә файҙанан башҡа зыяны теймәне, күршеләр әйтер. Өсөһө лә түгел, берәүһе күршеләргә юлды ныҡ ярҙы.Хәҙер, аллаға шөкөр, минең улым йән дуҫтар күршенең улы менән, ә беҙ ата- әсәһе менән.Тфү.Тфү.Күршеләр тураһында конкурс тигәс,оҙаҡ уйға ҡалдым. Күренекле шәхес, "Әлифба" китабын төҙөүсе Төхвәт Аслаевтың урамында йәшәйем.Аллаға шөкөр, күршеләр шул тиклем татыу,матур. Ябай ғына хәл белешеү, инеп-сығыу, ҡыуанысты бүлешеү, балаларға ярҙам, ауыр саҡта ярҙам…Яҡшы күрше нисек булырға тейеш, минекеләр шулай.Ә, ҡунаҡ, байрамдар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡыҫҡаһы, минең күршеләрем, Рамаҙанов Хөрмәт һәм Рәмилә, Жжонов Владимир, Приволов Алексей һәм Наталья, Водянова Зәйнәп, Каипкулов Әхтәм һәм Зөлфиә! Күршеләрҙең ҡунаҡсыллығы үҙе бер тарих, ә бергә булдырған традициялар, балалар өсөн дә әһәмиәтле.Күршеләрем өсөн ҡыуанам!Әлдә һеҙ бар, күршеләрем!Кәрәкле ерҙә кәрәкле фотоларҙы табыуы ауыр булды.Беҙҙең фотолар күп ул.

Айгөл Йәнбирҙина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: