Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Август 2022, 09:19

Венера апай (инәй) Баһаутдинова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Венера апай (инәй) Баһаутдинова. Венера апайҙың яҙған хатын сайттан уҡығыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙҙа ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ. Төп бүләк — бушлай ҡотлау сертификаты менән бергә шулай уҡ иң йөкмәткеле яҙылған һәм иң күп лайк йыйғандарҙың хатын "Һаҡмар" гәзите биттәрендә лә баҫтырабыҙ.  

Венера апай (инәй) Баһаутдинова
Венера апай (инәй) Баһаутдинова

Минең күршеләрем

Эйе, тап шулай: хәҙер донъя матур, етеш, бөтә нәмә бар! Кемгә инһәң дә -- өҫтәл тулы һый. Йәнеңә ни теләйһең, шул бар, Аллаға шөкөр! Тағы, сөкөрҙәшеп, бергә-бергә сәй эсерлек күршеләрең дә булһа, ысынлап та, донъя "түңәрәк", йәғни, бер китекһеҙ, тағы ла матур!

Минең күршеләрем, Алламдың биргәненә шөкөр, уратып: элекке шәфҡәт туташы, хәҙер хаҡлы ялда -- Рәсимә Ахметова; һәм ике Саниялар: Аминева һәм Бикеева (ҡәйнәле-киленле), ғаиләләре; өлкәне -- ғүмер буйы һатыусы булып эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда; һәм ауылдың иң өлкәндәренән булған,(100-сө тиҫтәне ҡыуалай башлаған), кешеләргә һәр саҡ күтәренке кәйеф өҫтәүсе, бойоҡмаҫ, хөрмәтле Бибинур инәй һәм ҡыҙҙары Вәлимә, Әҡлимә; һәм әле пенсияға сыҡмаған, балалар баҡсаһында эшләп йөрөүсе Рәғиҙә күрше, ғаиләһе менән -- барыһы ла бик яҡшы күршеләр! Һәр саҡ асыҡ йөҙ күрһәтәләр. Тағы, кәрәк саҡтамы, йомош төшһәме -- ярҙамсылдар, йомош төшһә, һис кире ҡаҡманылар ошоғаса, Әлхәмдилуллаһ!
Тағы, арыраҡ, өй аша йәшәп, ысын донъяға киткән сәсәниә Әсмә апай Каримова . менән, шулай уҡ, үҙенең 96 йәшкәсә шиғырҙарын бәйән иткән, хәҙер инде мәрхүмә булған Фәриҙә инәй Асылбаеваны иҫкә алмаһам, гөнаһ булыр,(йәндәре ожмахта булһын!) Улар икеһе лә миңә көн дә инәләр һәм, сәй эскәндә, ауыл тарихен, төрлө ваҡиғаларын һөйләрҙәр ине. Шулай уҡ, бер-беребеҙгә шиғырҙарыбыҙҙы һөйләр инек... Башҡа күршеләрем дә бер-беребеҙҙе гелән сәйгә, йә аяттарға саҡырыштыҡ, ошоғаса... Шулай күңелле генә йәшап ятҡанда, ҡапыл илгә Ковид-19 афате килде... Һәм ҡәҙимге тормошобоҙ селпәрәмә килде! Сөнки был бәлә беҙҙең ауылды ла урап үтмәне... Элеккесә үтә ҡатышыу бөттө, ҡыҙғанысҡа.
Шулай булһа ла, хәл белергә, йәки эш, йә йомош менәнме ингән һәр кешене күстәнәсһеҙ буш ҡул менән сығармайым, Аллаға шөкөр!
Әлеге ваҡытта, килештереп, ҡалалағы һымаҡ, үҙ-ара телефон аша хәл-әхүәлдәрҙе, хәлдәр-мәлдәрҙе белешеп, һорашып торабыҙ. Күршеләрҙән уңдым, Аллаға шөкөр!
Сөнки: "Күрше хаҡы -- Тәңре хаҡы!"- тиелгән бит.
Сәләмдар менән: Венера апай (инәй) Баһаутдинова. 1-се Төркмән.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: