Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Август 2022, 15:25

Әнүзә Мәжитова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Әнүзә Мәжитова. Әнүзә апайҙың яҙған хатын сайттан уҡығыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙҙа ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ. Төп бүләк — бушлай ҡотлау сертификаты менән бергә шулай уҡ иң йөкмәткеле яҙылған һәм иң күп лайк йыйғандарҙың хатын "Һаҡмар" гәзите биттәрендә лә баҫтырабыҙ.

Әнүзә Мәжитова
Әнүзә Мәжитова

Яҡын булһа ла тыуған ер
Һағындыра торған ер

Ысынлап та хаҡ һүҙҙәр. Ҡыҙ бала йән һөйгәне менән ҡауышҡас тыуған еренән айырылып, иренең илен төйәк итеп йәшәй. Барлыҡ ҡалған ғүмере килен булып төшкән, балаларының кендек ҡаны тамған ерҙә үтә. Ә был ерҙә һиңә яҡын кешеләрең менән берлектә, шатлыҡ-ҡайғыңды уртаҡлашыусы, кәңәш биреүсе, ҡунаҡҡа китһәң өйөңдө бағыусы - әлбиттә күршеләрең.

Өмөтбай ауылына килен булып төшкәндә ике яҡ күршемдә, биш тиҫтәне ваҡлаусылар ине, ә ҡаршыла йәшәүсе йәштәр Мөхәррәм ағай менән Вәлимә еңгәй Латыповтар, Азат менән Ләлә Сагинбаевтар яңы йорт төҙөп икенсе урынға кусенделәр. Ә шулай ҙа улар миңә мәңге күрше булып ҡалдылар.

Таһир Ишбулды улы менән Мәҙинә Ғәбдрәсүл ҡыҙы Сәғәҙәтовтар беҙһең ҡаршыға яңы йорт төҙөнөләр.

Ғүмерем буйы Исмәғил ағай менән ҡатышып йәшәнек, йәш ҡарағайҙың ышығында оло ағас йөҙ йыл йәшәгән тип һамаҡлай-һамаҡлай, бураһын беҙҙең эргәгә күсертте Таһир ағай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы етәксе булып, бүлексә лә гурт бригадиры, эштәр идарасыһы булып эшләне. Мәҙинә еңгәй мәктәптә техник хеҙмәткәр. Уларҙың татыу булып йәшәгәненә һоҡлана инем. Бер-береһе менән бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй, йылмайып һөйләшерҙәр ине. Балаларының барыһында уҡытып, һөнәрле иттеләр, туйҙарын үткәрҙеләр. Магнитафон, видио приставкаларының яңы сыҡҡан мәле. Белорет районында уҡытыусы булып эшләгән улына ҡапыл армияға повестка килгәс, Таһир ағай беҙгә ингән:

-- Улымдың тауышын яҙҙырып алып ҡалайыҡ әле, һағынғанда тыңларға, - тип. 

Ике йыл буйына Заһирҙың йырлағанын нисә тапҡыр тыңлағаныбыҙҙыр Хоҙай үҙе генә белә. Приставкаға һинд киноларының кассетаһын ҡуйып, ҡышҡы оҙон төндәрҙә күпме кино ҡараныҡ. 

Икенсе күршеләрем иремдең бер туған ағаһы Рәис Исмәғил улы менән Ҡунаҡбикә Сөнәғәт ҡыҙы Мәжитовтар. Ауыл халҡынан һөт йыйып хөкүмәткә тапшырған Рәис ағай үҙ эшенең оҫтаһы булып районға танылды, ә Ҡунаҡбикә еңгәй совхозда быҙау ҡараусы булып эшләп алдынғы булды. Икеһе лә туғансылдар. Балаларына һөнәр алырға ярҙам иттеләр. Еңгәй ҡул эшенә шул тиклем оҫта булды. Эшкә китеп барғанында ла бәйләп барыр ине. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы. Шиғырҙар яҙҙы. Әгәр йәш сағында мөмкинселеге булып уҡыу йортонда уҡыған булһа, һеңлеһе Айһылыу Йәғәфәрова кеүек яҙыусы булыр ине. 

Ике күршемдә музыкаль ғаиләләр ине. Күмәкләшһәк ошо өс ғаилә ҙур концерт ҡуйырлыҡ. 

Күршеләремдән күп нәмәгә өйрәндем. Бәйләргә, тегергә, аш-һыу бешерергә. Уларҙың биргән кәңәштәре әсәйемдеке кеүек. Ирҙәре мәрхүм булғас, ҡыш көндәре, аятҡа йөрөүсе ике еңгәһен ике ҡултығына ҡыҫтырып иптәшем юлға хәтлем сығарып ҡуяр ине. Йәки машина алып барып, ҡайтҡандарында барып алыр ине. 

Күршеләремде һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән иҫкә алам, аяттар бағышлайым. Балалары һәр ҡайһыһы яңы йорттар һалып башҡа сығып бөтһәләрҙә ата йортон онотмайҙар, киләләр, аят үткәрәләр.Мин дә уларға яҡын күрше булып ҡалдым. 

Ҡалаға балаларға барһам аптырайым, күрше квартира ла кем йәшәгәнен дә белмәйҙәр. 

Кеше олоғая башлаһа, йәшәгән йылдарын һағынып иҫкә ала, артта ҡалған ғүмеренә боролоп ҡарай башлай. Ә ҡайһы берәүҙәр:
-- Донъялар үҙгәрҙе хәҙер күрше үҙенең күршеһендә кем йәшәгәнен дә белмәй, тип әйтергә мөмкин. Ә бит ғүмер-ғүмергә олатай-өләсәйҙәребеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ "Ул минең ут күршем" тип ғорурланып һөйләргә яраттылар. Ысынлап та күрше хакы - тәңре хаҡы. 

Әнүзә Мәжитова. 

Өмөтбай ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: