Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Август 2022, 14:03

Альбина Дауытбаева

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Альбина Дауытбаева. Альбинаның яҙған хатын сайттан уҡығыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙҙа ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ. Төп бүләк — бушлай ҡотлау сертификаты менән бергә шулай уҡ иң йөкмәткеле яҙылған һәм иң күп лайк йыйғандарҙың хатын "Һаҡмар" гәзите биттәрендә лә баҫтырабыҙ.

Альбина Дауытбаева
Альбина Дауытбаева

Беҙ күршеләр менән бик татыу йәшәйбеҙ, хатта айыралмайбыҙ, тиһәк тә була.

Күршеләребеҙ -- Ҡарасовтар ғаиләһе. Беҙ улар менән еләк-емеш йыябыҙ, ял итергә бергә барабыҙ, хатта һыу төшөргә лә ҡушарлап йөрөйбөҙ. Балалар ҙа татыу, гелән генә бергә-бергә уйнайҙар. Мәжлестәр тураһында һүҙ ҙә юҡ! Гел генә бергә үтә.

Ауыр саҡта ла яңғыҙ ҡалмайбыҙ. Ярҙам ҡулы тәү сиратта күршенән килә.

Ғаилә башлығы Азамат Салауат улы Ҡарасов хәләл ефете Линера Зәкир ҡыҙы менән бергә-бергә 4 бала -- 3 ҡыҙ ҙа 1 малай -- үҫтерәләр. Тырыш, уңған, супер ғаилә улар! Беҙ күршеләрҙән, һис шикһеҙ, уңдыҡ! 

Альбина Дауытбаева. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: