+16 °С
Болотло
Баҡса мәшәҡәттәре менән йөрөп, конкурсҡа һуңлап ҡала яҙғанмын. Минең дә "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" тип исемләнгән конкурста ҡатнашырға булдым.
Шөкөр, күршеләремдән уңдым. Зәмзәнә Ғәлина, Фирҙәүес Сәйфуллина һәм мин бик татыу йәшәйбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ беҙҙе "өс таған" тип йөрөтә. Ғүмер буйы ҡатышып йәшәйбеҙ, гел бергәбеҙ.
йома сәйе булһынмы, тыуған көнмө, байрамдар, өмәләр -- һәр саҡ бергә үтә. Ауыр саҡта ла бер-беребеҙгә ярҙамға ашығабыҙ. Күршең шәп булһа, Ысынлап та, донъя икеләтә матур икән шул! Ҡыш көндәре бергәләшеп урам шыршыһын биҙәйбеҙ. Әле баҡса емеше өлгөрә. Беҙ бер-беребеҙ менән бүлешәбеҙ. Күрше менән татыу йәшәүгә ни етә! Күршеләремә теләгем бер -- имен-һау булһындар!
Зифа Моратова.
Әбделкәрим ауылы.