Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Август 2022, 19:30

Рәйсә Иҫәнбаева

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Рәйсә Иҫәнбаева. Рәйсә апайҙың яҙған хатын сайттан уҡығыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙҙа ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ. Төп бүләк — бушлай ҡотлау сертификаты менән бергә шулай уҡ иң йөкмәткеле яҙылған һәм иң күп лайк йыйғандарҙың хатын "Һаҡмар" гәзите биттәрендә лә баҫтырабыҙ.

Рәйсә Иҫәнбаева
Рәйсә Иҫәнбаева

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы 

 
Бала саҡтан мин күршеләр менән татыу йәшәгән ғаиләлә тәрбиә алдым. Бала саҡтағы күршеләремдеңкүбеһе менән баласаҡтаөйҙәш булдыҡ, улар аҙаҡ беҙҙең эргәлә генә өй һалып сыҡтылар, шуғамылыр миңә улар туған кеүек яҡын булып торалар Хәҙер ҙә мин улар тураһында тик йылы хәтирәләр менән йәшәйем. Шәриповтар, Кәримовалар, Нурмөхәмәтовалар, Йосоповалар– уларҙы барыһын да тормошауырлығын бергә күтәреү еңеллеге берләштергәндер ҙә инде. Үҫә төшө мин шул һыҙаттың үҙемә тормош мәғәнәһе итеп ҡаул иттем. Әнейем гел генә:
–Урамыңдан сыҡҡанда – уң күршеңдең ихатаһын, сыҡҡас –ҡаршылағын, ингәндә лә уң күршеңдең, ихатаһына күҙ һалып, үҙ юлыңа именлек телә. Был шул уҡ күршеләреңә лә именлек теләү менән бер – тип аңлата ине.
Тормош үткән һайн мин шул күршеләр менән татыулыҡтың ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлайым. Әнейемдең тағы бер өйрәткәне хәтерҙән сыҡмай. Күрше менән дошманлашыу–тәңре хаҡына арҡыры төшөү, әхирәт донъяһында тамуҡҡа төшөү булыр.
 
Эйе ул дини кеше, имсе булды, алты йәшенән абыстайҙа уҡыған кеше белгәндер.
Миңә тормош юлында шуны онотоу , әнейемдең теләгенә ҡаршы төшөү менән бер булды. Шуға күрә мин күршеләремдең барыһын да яҡын дуҫымдай күрәм.
Шулай ҙа шуларҙың береһе тураһында матбуғат бите аша матбуғат дуҫтарына еткермәксе булдым.
Ул–Венера Насип ҡыҙы Мансурова. Уның менән беҙ 1966 йылда мәктәпкә бергә килеп бергә эш башланыҡ. Дуҫтар ,коллегеалар булдыҡ. Ул башланғыс синыф уҡытыыусыһы, мин–лаборант, физика, химия,математиканан уҡытам.Шулай дуҫлыҡ дауамында икебеҙ ҙә 1968 йылдың июль айында бер аҙна аралыҡта үҙяртыбыҙға тормошҡа сығып ғаилә төҙөнөк.Балалрыбыҙ бер класташ булдылар.1970 йылда ауылдың әлеге Баҡса урамында ( ул ваҡытта 3-4 кенә йорт ине) йорт төҙөргә урын алып, күпмелер ваҡыттан һуң бер үк йылды өй туланыҡ. Ҡайғылар ҙа. шатлыҡтар ҙа , байрамдар ҙа бергә үтте. Уның тормошиптәше Ибраһим Әйүп улы Мусин мәктәптә физкультура уҡыта, минең иптәшем–малсы. Балаларыбыҙҙың туйҙарын да бергәләп үткәрҙек, уларҙың да шатлығын уртаҡ ҡабул иттек. Мин Венера күршемдең өс балаһын да уҡытып, ике кесеһенә синыф етәксеһе булыу бәхетен дә үткәрҙем.Уның ике ҡыҙы физика- математика факультетын , улы фодитель курсын тамаланы, минең оло ҡыҙым МГУ -ның( Мәскәү), кесеһы БГУ- ның, улым– БГПУ- ның филология факультетын тамаланылар.
Ләкин тормош сәхнәләге күренештәр кеүек бит ул. Бер уйлаһаң шулай кәрәктер, тормоштоң мәғәнәһен аңлап ҡәҙерләү өсн биреләлер. Гел шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡ байрам ҡыуаныстар итеп ҡабул итеп йәшәгәндә генә, башта дуҫыбыҙҙың ғаиләһе тормош терәге Ибраһим ағай менән хушлашты, унан дүрт йылдан һуң мин балаларым менән шул ҡайғыны кисерҙек. Тормош баштан беҙгә игеҙәк яҙмыштар биргән , күрәһең. Икебеҙ ҙә атайһыҙ, тормош ауырлығын күреп үҫкәнбеҙ. Был турала Венера күршем гел генә "Беҙ һинең менән үҙебеҙҙе юҡтан бар яһаныҡ, үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы эшебеҙ, йәшәйешебеҙ менән иҫбат иттек" тип әйтергә ярата. Эйе, был бик дөрөҫ фекер.
Үткәндәргә кире ҡайтыринеңме тигәнһорауғала мин гел генә " Үҙемдең 20 йәшемдән һуңғы араға ҡайтырға риза булыр инем, бигерәк тә мөмкинлекте хоҙай сикләп бирһә, утыҙ йәшемдән һуңғыһына" тип яуап бирәм.
 
Шулай икебеҙ бер юлы балаларыбыҙҙың ғаиләһен булдырыуға өлгәшеп, тормошиптәштәребеҙ менән үҙебеҙ өсөн йәшәргә тигәндә генә, уртаҡ ҡайғы беҙҙе тағы ла бер- беребеҙгә яҡынайтты. Ауылдаштар беҙҙе яңғыҙ күрһәләр, икесебеҙҙе һорап алалар. Улар өсөн дә беҙ айырылмаҫ яңы дуҫлашҡан кеүек ҡабул итәләрҙер. Ләкин беҙҙең дуҫлыҡ ан шул 1966 йылдан игеҙәк кеүек хәлдәр менән үрелеп бара. Беҙ әле шул ауыр ормошобоҙҙо ун биш йыллап бергә дауам итәбеҙ. Мин күберәк баҡса эше, урам эше менән булыша башлаһам, тиҙ генә сәйгә саҡырып ала, мин белмәгән хәлдәрҙе һөйләп , мин дә ҡушылып ял итеп алабыҙ. Ҡайтырға сыҡһам " Ярай бер аҙ эшеңдән ял иттерҙем бит"– тип оҙатып ҡала, йә булмаһа шылтырата ла байтаҡ һөйләшеп алабыҙ. тәүге һорауы "Нимә эшләп ултыраһың?" !Компьютерҙә"– тием. Ул артабан һөйләшеүгә күсә, күрше генә булһаҡ та бер сәғәтләп һөйләшеп ҡуябыҙ. Һаубуллашҡанда уның "Әһә әҙерәк компьютерҙан алып ял бирҙемме? Пока" тип телефонын һүндерә.Компьютерҙың арытҡанын ул бер аҙ белә инде, сөнки ул егерме йыл мәктәптә эшләгәндән һуң ауыл советенда эштәр идарасыһы булып ун туғыҙ йыл эшләне. Ул осорҙа машинкала төймәләр баҫып ултырыу ҙа хәҙерге компьютерға бер аҙ оҡшаш бит.
 
Беҙҙең дуҫлыҡ сәй эсеп һөйләшеүҙән генә тормай: бер- беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ, сәскәләр шытымдарын уртаҡлашабыҙ, баҡсаны нисек тәрбиәләргә лә кәңәштәребеҙ уртаҡ була. Бер ваҡытта ла йома көндәрен буш үткәргәнебеҙ юҡ. Ололар элек майға икмәк бешерә һалып, йә яңы бешкән йылы икмәгенә йома сәйҙәренә саҡырышалар ине. Беҙ ҙә шулай йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең йәшйеште үҙ иткәндәр. Күстәнәстәр һалһалар, Венера апай менән бергә сәйләшеп алырһығыҙ. йәки Венера апайҙы саҡыр, тип ҡуялар. Уның да балалары шулай эшләй, шуға күрә беҙҙең икебеҙгә лә балалар ҙа яҡын. Балаларыбыҙҙың туйҙарына ла бер- беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ, уларҙың да шатлыҡтарын, еңеүҙәрен уртаҡ шатлыҡ итеп ҡабул итәбеҙ. Әле генә мин оло ҡыҙымдың улына килен һйләшкәйне, кисәле - бөгөнлө ул да оло ҡыҙына ошо мәсьәлә буйынса барып һөйләшеп, шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡлаштыҡ Балаларыбыҙ ҙа бер- береһе менән дуҫтар; бер- береһенең хәлдәрен белешеп аралашып йәшәйҙәр.
 
Күрше хаҡы–тәңре хаҡы, мин ғүмер буйына ошо әйтемде һаҡлап йәшәйем. Урамдан сыҡҡандағы уң күршем, туғаным Ғилманға, Венераға, урамыма ингәндәге уң күршем-– Айҙарҙарға, ҡаршы күршеләрем Вәлимә менән Сәлимйәндәргә ингәндә лә сыҡҡанда ла һаулыҡ- сәләмәтлектәремде теләп йөрөйөм. Берәүгә лә һаҡһыҙ хәсрәт ҡайғы бирмәһен.
Бына шундай тәңре хаҡына тиң күршем һәм күршеләрем менән йәшәйем мин.
Тәҙрәләрҙә кискеһен ут күренмәһә лә, йөрәкһейбеҙ, тимәк, күршеләр шулай булырға тейштер ҙә инде. Күршең менән шатлығың да ҙурыраҡ, ҡайғың да еңелерәк тойола бит ул.
Рәйсә Иҫәнбаева.
Ниғәмәт.
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: