Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Август 2022, 17:01

Гөлсәсәк Йосопова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Гөлсәсәк Йосопова. Гөлсәсәктең яҙған хатын сайттан уҡығыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙҙа ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ. Төп бүләк — бушлай ҡотлау сертификаты менән бергә шулай уҡ иң йөкмәткеле яҙылған һәм иң күп лайк йыйғандарҙың хатын "Һаҡмар" гәзите биттәрендә лә баҫтырабыҙ.  

Гөлсәсәк Йосопова
Гөлсәсәк Йосопова

Минең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын күршеләрем Гөлфиә һәм Рөстәм Яныбаевтар.

Рөстәм -- Темәс ауылы егете, диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, юллама буйынса Хәйбулла районынынң Аҡъяр ауылына эшкә ебәрәләр, шунда ул Хәйбулла районының Вәлит ауылы һылыуы Гөлфиәне осрата.

Гөлфиә ул ваҡытта Юлдыбай һөнәрселек училищеһында, бухгалтер һөнәрен үҙләштереп йөрөгән була. Аҡъярҙа практика үтә. Ныҡлап бер береһен аңлашып, 2001 йылда сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Баймаҡҡа күсеп киләләр. Рөстәм мебель цехында эш башлай, Гөлфиә сауҙа өлкәһенә эшкә бара.

2002 йылда ҡыҙҙары Рузилә, хәҙер Сибай педколледжын тамамлап, ҡулына диплом ала, һуңынан Рөстәм хеҙмәт юлын УТЭК-та, электрик булып дауам итә.

Гөлфиә "Арҡайым" сауҙа комплексында һатыу итә. Тиҙҙән йәштәрҙең игеҙәк ҡыҙҙары -- Нәзилә менән Нурзилә донъяға килә. Әлеге ваҡытта 2-се мәктәптә уҡыйҙар.

Бына шулай минең иң яҡын дуҫтарым, күршеләрем. 15 йылдан ашыу, бер телемде икегә бүлеп, ауылында, еңелергә, ҡайғыһында, шатлығына бергә күтәреп йәшәп ятабыҙ. Йыл һайын Яңы йыл байрамын бергә ҡаршылайбыҙ, тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ. Шундай яҡын, кешелекле, кеселекле күршеләрем. Хәҙер туғанға әйләнеп бөткәнбеҙ. Бәхетле, оҙон ғүмерле, мөхәббәтле булһындар.!!!

Гөлсәсәк Йосопова

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: