Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Август 2022, 08:57

Рәшиҙә Абдуллина

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: сығышы менән Таһир ауылынан булған, әле Өфө ҡалаһында йәшәгән РӘШИҘӘ АБДУЛЛИНА.  Рәшиҙә беҙгә Билал ауылында йәшәгән бер туған апаһының күршеһе тураһында яҙып ебәргән. Хатты сайттан уҡығыҙ! 

Рәшиҙә Абдуллина
Рәшиҙә Абдуллина

Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар, тип бушҡа әйтмәгән халҡым. Ысынлап та, йөрәге изгелек менән яҡтыртылған кеше генә күршеһенә һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә була алалыр. 

Күршеләр тигәс, Билал ауылында йәшәүсе бер туған апайыбыҙ Сәғилә һәм уның күршеләре тураһында яҙырға булдым. Һуңғы ваҡытта, әсәйебеҙ мәрхүмә булғас, апайыма йыш ҡайтабыҙ. Ул беҙҙең икенсе Әсәй! 

Апайыбыҙ изге күңелле, ҙур йөрәкле кеше! Шуғалыр ҙа, бәлки, уның күршеләре лә бик шәптәр! Шундай ут күршеләре уның 4-әү! Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала тип тә әйтәләр. Әсәйебеҙ мәрхүмә булып киткәс, апайыбыҙ бер-бер артлы тағы ике ауыр ҡайғы кисерҙе. Тәүҙә өлкән улдары беҙгә ауыр ҡайғылар һалып был донъянан китеп барҙы, уның артынан яратҡан еҙнәйебеҙ беҙҙе ташлап китте... 

Апайыбыҙ:

- Әгәрҙә ошо күршеләрем булмаһа, был тәрән ҡайғыларҙы нисек күтәрер инем... Бер туған алты һеңлем һәм ағайым ҡырҙа йәшәй. Гел генә минең янымда була алмайҙар. Ауырып китһәм дә, шатлыҡта ла иң беренсе күршеләр янымда! Аллаға шөкөр дуҫ йәшәйбеҙ! Ошо дуҫлыҡтан айырмай тағы ла оҙон-оҙаҡ бергә йәшәргә яҙһын ине! – ти. 

Ниндәй сәбәп менән ҡайтһаҡ та, ҡунаҡ булһынмы, аят уҡытыумы, һуғым һуйыу һәм башҡа, күршеләре һә тигәнсе килеп етәләр. Һәр ваҡыт нимәлер бешереп килтерәләр. Үҙҙәре өҫтәл яраштырышалар, аҙағынан йыйыштырышып ҡайталар! Апайым берәй ергә сыҡһа, донъяһы өсөн борсолмай, сөнки ышаныслы күршеләре бар! Улар булдыра алғанса ярҙам итә, шатлығына ҡыуана, ҡайғыһына көйөнә. Ҡайһы бер кешеләр күршеләрен маҡтаған саҡта: “Туғаным кеүек яҡын”, – тиҙәр. Был әйтем уларға тап килә! Туған кеүек яҡын булыу – ҙур байлыҡ ул. 

Ана шундай матур, ярҙамсыл күршеләр араһында йәшәй беҙҙең апайыбыҙ! 

Апайыбыҙға һәм күршеләренә яҡты тормош, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ! Бөгөнгөләй татыу булып, матур тормошта шатланып, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә!
Һеҙ барҙа беҙ апайыбыҙ өсөн тынысбыҙ! Рәхмәт һеҙгә!

Рәшиҙә Абдуллина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: