Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Август 2022, 10:56

Гөлзифа Исрафилова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән тәүге конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Иҫәнбәт ауылынан Гөлзифа Исрафилова.  Гөлзифа апай 41 йыл күрше булып йәшәгән Яңылбикә еңгәһенә ҡайнар сәләмдәрен еткерә: "Яңылбикә еңгәм менән 41 йыл күрше булып йәшәйем. Заманында Өммәт ҡайнаға мәрхүм менән туйыбыҙҙа ла ҡатнаштылар, үҙенә күршегә килен булып төштөм. Сабыр ғына, аҡыллы күршем яңғыҙы 10 баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙы. Һәр береһенә белем алырға, ғаилә ҡорорға ярҙам итте. Әле ул бәхетле әсәй, әллә нисә ейән-ейәнсәргә оләсәй. Балаларының ҡәҙеренә , иғтибарына шөкөр итеп йәшәй. Ҡыҫҡаһы, шәп ул минең күрше еңгәм!"  Гөлзифа апай шулай уҡ күршеһенә арнап "Күрше -- тәңре бүләге" исемле шиғырын да яҙған.  Ҡәҙерле дуҫтар! Гөлзифа Исрафилованың матур шиғырын сайтыбыҙға үтеп уҡығыҙ! 

Гөлзифа Исрафилова
Гөлзифа Исрафилова

КҮРШЕ - ТӘҢРЕ БҮЛӘГЕ 

Ике күрше сәй эсә, 
Көлә - көлә һөйләшеп. 
Байтаҡ йылдар ғүмер иттек
Көн дә сәләм бирешеп. 
Ҡайғыларҙы кесерәйттек
Икәү өнһөҙ бүлешеп.
Шатлыҡтарҙы ҡабул иттек
Икәү итеп, ишәйтеп.
Алмаҡ-һалмаҡ хәл белешеп,
Йомош төшһә - инешеп,
Өмәлә ярҙам итешеп,
Ҡай саҡ сәйгә әйтешеп,
Күпме туйҙарҙа йөрөнөк,
Бергәләшеп, гөрләшеп!
Йәшәүҙәргә ни етә
Күршең менән килешеп?!.
Күрше - Тәңре бүләге,
Үҙең юҡта - ҡарауыл.
Инмәһә лә, күршеһенең
Хәлен белеп тора ул. 

Гөлзифа Исрафилова. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: