Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
31 Май 2022, 08:36

Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова

#Һаҡмар_конкурс  #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Һуңғы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Ишбирҙе ауылынан Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова. 

Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова
Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова

Килде заман

Килде заман аңламаҫһың
Ни ҡылырға, ни сара?!
Халыҡ күнә, көнөн күрә
Ҡайҙа барһын бисара?!
Сәйәсәтте аңламайым
Ниндәй тоҙаҡ ҡорғанын.
Кешелектең киләсәген
Ҡай тарафҡа борғанын.
Сәйәсмәндә түгелмен мин
Бәхәс ҡора алмайым.
Килде-китте хәбәр һөйләп
Шикле уйға һалмайым.
Ни ғәләмәт был доньялар
Бүленде аҡ, ҡараға.
Ҡайҙа ялған һәм дөрөҫлөк
Нисек яуап табырға?!
Һорау... Һорау... Яуабы юҡ
Әйтерһең дә бер йомаҡ.
Тағатырға ғүмер етмәҫ
Сеймәләнгән был йомғаҡ...

Нисек бармын

Нисек бармын шулай яратығыҙ
Башҡаһына өмөт итмәйем.
Мин барына риза, ҡәнәғәтмен
Дан, шөһрәтле хөрмәт көтмәйем.
Өйрәткәнде ҡабул итә беләм
Миндә кеше, түгел фәрештә.
Түҙсе йөрәк, барын һыйҙыраһың
Сығармайым талаш, ирештә.
Нисек бармын шулай яратығыҙ
Артыҡ ҡаты хөкөм итмәгеҙ!
Шунан ҡурҡам, күңел хистәремде
Ҡуҙлы утҡа һалып өтмәгеҙ?!

Әсә күңеле

Әсә күңеле тиҙәр, балаларҙа
Баланыҡы сикһеҙ далала.
Өҙгөләнә, ҡурсый, борсола ул
Күптән инде бәлиғ булһа ла.
Таң нурының сафлығына ҡушып
Аҡ бәхеттәр теләп уяна.
Сәфәр сыҡһа имен йөрө тиеп,
Фатихаһын биреп ҡыуана.
Күңел наҙын һәр бер балаһына
Тигеҙ итеп бүлеп өләшә.
Миһырбанлы әсә йөрәгенән
Ай, ҡояш та хатта көнләшә.
Балаһына булған хис-тойғоһон
Сайпылдырмай һаҡлай йөрәк тә.
Әсәйҙәрҙе зинһар, онотмайыҡ
Сит ерҙәрҙә, ниҙәр күрһәк тә!

Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова,

Ишбирҙе ауылынан. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: