Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Май 2022, 10:43

Нәйлә Нотфуллина

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Икенсе Этҡол ауылы РФ-ның Почетлы хеҙмәткәре Нотфуллина Наилә Сафа ҡыҙы.

Нәйлә Нотфуллина
Нәйлә Нотфуллина

Юлыҡ

Урыҫ динен ҡабул итмәй

Ил, еренән яҙғандар.

Төйәк эҙләп күсеп киткән

Беҙҙең ата- бабалар.

 

Күсеп килгән татарҙарҙы

Башҡорттар һыйындырҙы.

Мағаш, Төгән матурлығы

Уларҙы һоҡландырҙы.

 

Башҡорт ҡоро ер бүлгәндә

Килде шундай бер фарманға

Күскенсегә ям сабырға

Ырымбурҙан Верхнеуралға.



Күпме быуын инде алмашынған

Үтеп киткән быуаттарҙа

“ Дәүләт теле” булып татар теле

Иҫәпләнә һаман Юлыҡта.

 

Урал тауына һыйынған

Татар ауылы Юлыҡ

Аманатҡа тоғро йәшәй

Ике милләт төп халыҡ.

***

 

Иманлы йорт

Люциә апайыма

Яңы көнгә ҡеүәт өҫтәй

Моңло аҙан тауышы.

Күҙ алдына килеп баҫа

Ата- бабалар яҙмышы.



Татар халҡы теләмәгән

Тәрегә суҡынырға

Шуның өсөн ерен ташлап

Сығып киткән Уралға.



Нисә быуын ошо ергә

Тамыр йәйеп беректе.

Күңелдәре менән яҡын күреп

Тыуып үҫкән төйәкте.



Иман йорто асты ауылда

Уларҙың вариҫтары.

Сауаплы эш ҡалдырғанға

Шат ҡылған рухтары.



Алла йорто эстәрендә

Сабыйҙар исем ала.

Үҙ йәрен тапҡан йәштәргә

Никахтар уҡыла.



Иман йортонда үтә

Исламдың төп байрамдары.

Иман йорто башҡорттарҙы

Йолаларға саҡыра.

Әсә иҫтәлеге булып

Мәсет балҡый ауылда.

Бар халыҡты бергә йыйып

Саҡыра ул иманға.

Нотфуллина Наилә Сафа ҡыҙы, 

Икенсе Этҡол ауылы,

РФ-ның Почетлы хеҙмәткәре.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: