Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Май 2022, 10:06

Мөғлифә Аралбаева

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Өфө ҡалаһынан Мөғлифә Аралбаева.

Мөғлифә Аралбаева
Мөғлифә Аралбаева

Уҡытыусыма…

 

Уҡытыусы... күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә.Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше ул Уҡытыусы. Ошо бәләкәй генә хикәйәмде тәүге уҡытыусым Фатима Ғәзиз ҡыҙына арнайым.

***

Шым ишекте ябып,башын аҫҡа эйеп өйгә ингән ейәнен күргән Маһита ҡарсыҡ,ашыға-ашыға алдындағы альяпҡысына ҡулын һөртөп Айнурҙың бүлмәһенә үтте.

-Атаҡ,атаҡ ней булды?Ал бары инер-инмәҫтән һөрән һала инең бит,- тип аптыраулы ҡарашын ейәненә текләне.

Айнур өндәшмәй-нитмәй бер урында тапанып,ирендәрен ҡымтып,бер ҡулы менән биҫтәренең тотҡаһын улай-былай ышырып тороуын белде.

-Илфат менән тағын һуғыштығыҙмы?Әллә улымды әбижәт иттеләрме? Кем?Әйт …Хәҙер барып кәрәген бирәм мин уның,- тип Маһита ҡарсыҡ бер-бер артлы һорауҙарын биреп һаман төпсөнөүендә булды.

-Юҡ та һуғышманыҡ…бер нәмә лә булманы…мәктәптә макалатура йыйыу буйынса ярыш бара,бөгөн ярыштың һуңғы көнө…Икенсе класты үтеп булмай бит….Улар беренсе урында,- тип бына-бына ағырға торған күҙ йәштәрен һөртәм тигәнсе Айнур түгелеп илап та ебәрҙе.

-Эй Аллам… тапҡан икәнһең ҡайғы. Мин бында әллә нәмәләр уйлап бөттөм…

Ейәненең юҡ нәмә өсөн илауына бер яҡтан көлкөһө килеп,бер яҡтан атаһына оҡшап шундай ғәрсел булып үҫеп килеүенә шатланып, Маһита ҡарсыҡ ҡабаттан түрбашҡа уҙҙы.

-Кит ҡыҙҙар ҡошап шәмәреп торма.Әйҙә ҡулыңды йыу ҙа,сәй эсеп алайыҡ.Һин яратҡан майикмәктәрҙе бешерҙем,- тип ҡысҡырҙы.

Айнур башын эйеп кенә өҫтәл артына килеп ултырҙы. Бала бала инде, бер нисә минуттан инде теле телгә йоҡмай тәтелдәп хәбәрен тетә башланы.Яратҡан майикмәген ҙур-ҙур итеп тешләп, шорполдатып сәйен дә һемерергә тотондо.

-Эй,улымды минең.Аша, балам,аша ҙур булып үҫерһең…атайына алмашсы булырһың,- тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды.

Ярата Маһита ҡарсыҡ ейәнен,берҙән-бер улының улы, Моратовтар нәҫеленең дауам итеүсеһе бит ул. Тик яратҡанын артыҡ күрһәтмәҫкә тырыша.Гел генә яратҡаныңды һиҙҙертеп иркәләп,әпәүләп-бәпәүләп торһаң, ейәнеңдән кем булыр ҙа, кем үҫер.

-Әсәйең дә тиҙҙән ферманан ҡайтыр. Зойка тигән һыйыры безәүкәй алып ҡайтырға тора.Әсәйен ҡайтҡансы һарыҡтарға бесән ташлап,алдарына һыу ултырт йәме,-тип фармандарын бирергә лә онотманы Маһита ҡарсыҡ ейәненә.

-Әсәйем ферманан аҡбур алып ҡайтам тей ине.Онотмаһа ярар ине.Атыу мәктәптә таҡтаға яҙырға аҡбур юҡ.Фатима апай: «Кемегеҙ алып килә ала, алып килегеҙ»,- тине тип артабан хәбәрен тетте Айнур.

-Алып ҡайтыр …онотмаҫ.Иртәнсәк аҡбур алып ҡайтыр кәрәк,Айнур һораны тип әйтә ине әсәйең,- тип Маһита ҡарсыҡ ейәненең башынан һыйпап тынысландырып ҡуйҙы.

-Ярай, ҡәртәсәй, кәртәлә эште бөтөрәм дә, мәктәпкә барам.Макалатура йыйырға кәрәк. Их икенселәрҙе үтһәк ине, -тип Айнур устарын төйөп сығып китте.

Үҙҙәренән ҙур тоҡто ике яҡлап көскә күтәреп килгән Айнур менән Илшатты тәҙрәнән күреү менән,Фатима Ғәзиз ҡыҙы:

- Эй уңғандарымды минең…Азат,Азамат, йүгереп кенә барып Айнур менән Илшатҡа ярҙам итегеҙ – сәле, - тип өндәшеүе булды, Азат менән Азамат табандарын ялтыратып йән-фарман кластан сабып сығып та киттеләр.

Бер аҙҙан быш та һаш килеп, ҡыҙарышып, дүртәүләшеп тоҡ тулы макулатураны һөйрәп малайҙар килеп тә инделәр.

-Эй алтындарым минең. Былай булғас беҙ беренсе,- тип малайҙарға кеҫәһенән берәр кәнфит алып өләшергә онотманы Фатима апалары.

-Апай,апай, әсәйем ферманан бөгөн аҡбур алып ҡайта.Аҡбур унда куп.Рәхәтләнеп яҙасаҡбыҙ таҡтаға.

-Әл дә һин бар, Айнур.Таҡтаға яҙырға аҡбурға мохтажлыҡ кисермәйәсәкбеҙ.Минән һеҙгә - белем, һеҙҙән беҙгә - дуртле һәм бишле билдәләре,- тип Айнурҙың арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды.

Бер аҙҙан кемеһелер ҡосаҡлап, кемеһелер сумка тултырып, макулатура

тотоп ҡыҙҙар ҙа шау-гөр килеп класка килеп инделәр.Уларҙы күргәс, Айнур:

-Фатима апай,Фатима апай былай булғас беҙ еңәбеҙме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

-Еңергә тейешбеҙ, - тип йылмайҙы Фатима апалары.

 

Шул мәл уҡыусыларҙы линейкаға йыйып, ҡыңғырау шылтыраны.Башланғыс кластар араһында макалатура йыйыу буйынса беренсе урын беренсе класка

икәнен әйткән саҡта уҫал директор ағаларын йүгереп сығып, бөтә мәктәп алдында ҡосоп алырға әҙер ине Айнур…

 

-Ҡәртәсәй,ҡәртәсәй,- тип һөрәнләп өйгә йүгереп инеп килгән ейәненен тауышына Маһита ҡарсыҡ терт итеп ҡалды…

-Ней булды?Уй Аллам,- тип хафаланып ҡаршыһына йүгереп сыҡты.

-Беҙ беренсе урынды алдыҡ!Беренсе урын беҙҙеке! - тип ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан Айнур ҡәртәсәһенең бер алдына,бер артына сыҡты.

-Маладис улым,бик һәйбәт булған! Тырышҡан таба,ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға,- тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.Әйҙә тамаҡ ялға ла,дәрестәреңде ҡараштыр.Әсәйең-атайың бөгөн һуңлап ҡайтасаҡ.Фермала эштәре күп.

 

Бер аҙҙан, ултырған еренән китабын ҡосаҡлап, йылмайып ҡырын ятып йоҡлап киткән ейәненең ҡулынан ипләп китабын алып,өҫтөнә юрғанын йәтешләп ябып Маһита ҡарсыҡ: Эй Аллаҡайым, бәхеткәйҙәрен улымдың өйөп бир инде,һау ғына булһындар барыһы ла, - тип теләк теләп ҡулын һыпырҙы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: