

Борон-борон заманда йәшәгән,ти әбей менән бабай. Уларҙың ике улы булған, ти. Уларҙың исемдәре Урал менән Ирәндек булған.
Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда ҡайғы төшә: ауылдарына көн дә аждаһа килеп, йә малды, йә кешене, йорт-ҡаралтыны ҡырыр булған.
Урал менән Ирәндек аждаһаны эҙләп табып, үлтерергә тип юлға сығырға булғандар. Яу кейемдәрен кейеп, ҡындарына ҡылыс тыҡҡандар ҙа ҡуҙғалғандар. Бара торғас, бер өйгә барып етәләр. Инһәләр, мейес башында бер әбей ултыра ти. Ул аждаһанан ҡурҡып, көндөҙ тышҡа ла сыҡмай икән. Егеттәр унан аждаһаның ҡайҙалығын һорашып, хәл алғас, юлдарын дауам итәләр.
Бына улар әбей өйрәткән тауға барып етәләр, уның өңөн эҙләп табалар ҙа аждаһаның күренгәнен көтә башлайҙар. Ҡапыл дауыл ҡуба, ағастар һелкенгән, ҡанаттарын йәйеп, аждаһа һауала бер өрөлгән дә ергә килеп төшкән.
Егеттәр йәшеренгән ерҙәренән сығып, уға ҡылыстары менән ташланғандар. Өс көн, өс төн алыш барған. Алыша торғас, аждаһа ла, егеттәр ҙә тамам хәлдән тая. Урал хәйлә менән алдырмаҡ була: ҡасып барған еренән ҡая ташына йәшеренгән, ә аждаһа гөрһөлдәп аҫҡа упҡынға төшөп киткән.
Ирәндек ҡаты яраланған була. Ул шул ерҙә йән биргән. Ағаһы уны тәрбиәләп ерләгән. Халыҡ шул тиклем күп йыйылған. Һәр береһе Ирәндектең ҡәберенә тупраҡ һалыуҙан тау хасил булған.Уны Ирәндек тауы тип атағандар.
Тәслимә Йылҡыбаева,
Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.