Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Май 2022, 18:00

Наҙгөл Буранбаева

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Буранбаева. 

Наҙгөл Буранбаева
Наҙгөл Буранбаева

Нисек сысҡандар өйҙә йәшәй башлаған?

Әкиәт 

Борон-борон заманда сысҡандар урманда ғына йәшәгән. Улар ҡыр бесәйенән генә ҡурҡҡандар. Сысҡандар ҡыр бесәйенән ҡасып йөрөй торғас, был урмандан китергә булғандар. 

Бара торғас, урман бөтә, ауылға килеп етәләр былар. Сысҡандар төрлө өйҙәргә таралышҡандар. Иртәгәһенә шул уҡ ваҡытта, шул уҡ урында осрашырға һөйләшәләр. 

Баҡһаң, барыһына ла унда оҡшай икән. Берәүҙәре барған өйҙә өй бесәйе бар икән. Ул ҡыр бесәйе һымаҡ уҡ ҙур, шулай уҡ етеҙ булмағас, сысҡандар унан төрлө ярыҡтарға ҡасып ҡотола алғандарын, унда ашарға мул булыуын һәм өйҙә ҡалырға уйлағандарын әйткәндәр. Ҡайһы берәүҙәренә өйҙә йәшәүе бигерәк тә тыныс булған, унда бесәйҙәр бөтөнләй булмаған, ҡайҙа теләһәләр - шунда барғандар, ни теләһәләр - шуны эшләгәндәр. 

Шунан башлап, сысҡандар өйҙәрҙә лә йәшәй башлағандар.

Наҙгөл Буранбаева,

Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: