Конкурстар
27 Мая 2022, 10:29

Люциә Ғәббәсова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Сибай медицина колледжы уҡытыусыһы Ғәббәсова Люциә Ишбулды ҡыҙы. 

Люциә ҒәббәсоваЛюциә Ғәббәсова
Люциә Ғәббәсова

Ҡурайсы егеткә
Ал,ҡурайсы,ҡулға ҡурайыңды,
Һуҙ,ҡурайсы,халыҡ йырҙарын-
Солғап алһын әле ҡурай даны
Бар доньяның урман-ҡырҙарын.
Уйна әле гүзәл «Тәйәләҫ»те-
Онотола халыҡ моңдары.
Халҡым моңо-байҙан-бай хазина,
Моңо барҙың-аҡтан юлдары.
Күңелдәрҙе хистә тиберәтеп,
Тауышың яңғыраһын кистәрен.
Һал, әйҙә,һин йәштәр күңеленә
Тыуған моңға һәйәү хистәрен.
Себер китә ирҙәр.
Себер китә эшһеҙ ирҙәр,
(аиләһен ҡалдырып,
Ауылдан сығып китәләр
Йәрәктәре ҡанһырап.
Атайлы килеш балалар
Атайҙарһыҙ йәшәйҙәр,
Ирле килеш,вахта һайын,
Ирһеҙ ҡала әсәйҙәр.
Элек яуға киткән ирҙәр
Хәҙер Себер китәләр.
Йәрәктәрен усҡа тотоп,
»сәләре кәтәләр.
Юғары белемле ирҙәр
Кирес теҙә Себерҙә.
Башҡорттар менән тулы ти,
Себе ҙә тигән ерҙәр.
Йә,хоҙайым,ауылдарға
Афәт килә ҡалмаһын:
Ауылдаштарын һаҡларлыҡ
Ир-егеттәр ҡалмаһа…
Рәнйетмәгеҙ ҡыҙ баланы
(Өләсәйем васыяты)
Ҡыҙ баланы, зинһар,рәнйетмәгеҙ,
Ҡыҙ баланы ҡәҙер итегеҙ,
Яҙмышҡайы уның бит билгеһеҙ-
Һағыштарға юлын киҫегеҙ!
Аллаһ күңелен бит ҡатын-ҡыҙҙың
Ҡылдай нескә итеп яратҡан,
Ҡарағыҙсы, тормош аямаған,
Һай, күптәрҙең сәсен ағартҡан.
Ҡыҙ баланың яҙмышҡайы-йомаҡ,
Ҡыҙ-ҡанатлы, осор барыбер.
Ҡыҙ баланы, зинһар, илатмағыҙ,
Рәнйетмәгеҙ,әйтәм тағы бер!

Люциә Ғәббәсова, 

Сибай медицина колледжы уҡытыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас