Конкурстар
27 Мая 2022, 06:55

Илнур Ғөбәйҙуллин

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Ғөбәйҙуллин Илнур Бильяр улы (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһыһы Юлиә Юлдар ҡыҙы Мөхәмәтрәхимова) 

Илнур ҒөбәйҙуллинИлнур Ғөбәйҙуллин
Илнур Ғөбәйҙуллин

БАШКОРТОСТАН

Баҡортостан -тыуған илем минең,
Минең тыуып-үҫән еркәйем!
Был шиғырҙы һиңә яҙам мин,
Йырҙарымды һиңә көйләйем!

Башҡортостан - батырҙар иле һин,
Салауат батыр - һинең йөрәгең
Тыуған ерем - иң-иң матур ил ул,
Урал тауы - һинең биҙәгең!

Башҡортостан -Алтын ҡояш кеүек
Нурлы, йылы һинең ҡарашың
Ә Ағиҙел ниндәй матур йылға ,
Иң ҡиммәтле һинең ҡайышың!

Башҡортостан-минең тыуған ерем,
Тыуған ерем, матур туғайҙар.
Урмандарҙа моңло тауыш менән
Һандуғастар йәйен һайрайҙар

Яңғыҙ башҡорт кисереше

Ваҡыт һиҙҙермәй үтә,
Быуаттар алмаштырып
Керҙе модаға ҡаҙалы
Телгә хыянат итеү.

Элекке замандар юҡ шул,
Башҡорттар бик күп түгел
Бащҡорт ҡына булыу аҙ ул-
Башҡорса булһын һүҙҙәрең!

Үҙ телендә аралашһаң
Башҡаларыә ҡыҫыла:
"Говрите ка по-русски
Мы же не баширы Вам!"

Был тәңҡитле иҫкәрмәне
Күңел ауыр күтәрә,
Халҡым өсөн әрней йөрәк
Саҡ тыйыла күҙ йәштәре

Яуҙар ниңә күтәрелгән?
Ниңә ауылдар янған?
Нимә өсөн ҡан түгелгән?
Нимә сәбәпсе булған?

Оло быуындарыбыҙ
Иркен ерҙе һаҡлаған.
Халҡым азат йәшәһә
Тел үлмәҫ!-,тип уйлаған.

Хәҙер инде үҙ илендә
Башҡа милләт бойора!
Үҙ телеңдә һөйләшергә
Рөхсәттән генә була!

Башҡорт өйҙә русса һөйләй,
Бала үҙ телен белмәй
"Башҡорт теле нимәгә ул?
Ул тормошта кәрәкмәй"

Беҙ башҡорттар

Беҙ башҡорттар әкиәт батырылай,
Курай менән дейеү терелткән.
Сослоғобоҙ тылсымланып килгән
Бейейлеккә беҙҙе үрләткән
Ә Әминбәк әкиәт батыры
Яҙмыш менән алыша,
Бәйгеләрҙә еңеп сыға,
Хатта батша ҡйлыша
Батыр егет,беләгеңә түгел,
Аҡыл көсөңә беҙ хуш-хайран!
Ауырлыҡтарыңды ауыҙлыҡлап,
Маҡсаттарҙан ҡорҙоң гел байрам
Эй,Әминбәк!Сыңлат скрипкаңды ла!
Дейеүҙәр ҙә китһен йомшарып!
Бәхет бөркөп барлыҡ доньябыҙға,
Изгелеккә күм һин ер шарын!

 

Илнур Ғөбәйҙуллин, 

Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас