Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
26 Мая 2022, 11:00

Рәшиҙә Йылҡыбаева

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Байым ауылынан Рәшиҙә Йылҡыбаева. 

Рәшиҙә ЙылҡыбаеваРәшиҙә Йылҡыбаева
Рәшиҙә Йылҡыбаева

*** 

Һаумы ҡояш, 

Һаумы, күгем, 

Һаумыһығыҙ таңдарым! 

Ҡәҙерлерәк, матурыраҡ 

Һеҙ минең тыуған ерем. 

 

Сәскә кеүек ошо ерҙе 

Яратмау мөмкинме һуң? 

Күңелемдә урын алған 

Изге ер, изге моңоң. 

***

Май айҙары 

Эх, яратам ошо май айҙарын 

Алмағастың ап-аҡ күлдәген. 

Сирендәрҙең төпһөҙ зәңгәрлеген 

Муйылдарҙың хуш еҫ бөрккәнен. 

Эх, яратам ошо  май айҙарын - 

Сыйырсыҡтар ҡанат ҡаҡҡанын. 

Һандуғастар төнө буйы һайрап, 

Ҡыҙарып ҡына ҡояш ҡалҡҡанын. 

Эх, яратам май айҙарын - 

Умырзая көлөп баҡҡанын. 

Һиҙеп торам табандарым аша 

Йәшәү быуы ерҙән аҡҡанын. 

*** 

Беҙҙең йылдар бик тиҙ үтте инде, 

Әбей-бабай инде беҙ күптән. 

Тик шулай ҙа йәшлек, үткәндәрҙе 

Һыҙып ташлап булмай йөрәктән. 

Йөрөй торған инек Раһай тауҙа 

Хистәр донъяһына күмелеп. 

Һөйөү һүҙен, йәшлек вәғәҙәһен 

Ғүмер буйы булмай онотоп. 

Сәстәребеҙ инде салланһа ла 

Һырланһа ла инде йөҙөбөҙ. 

Ҡайғырмайбыҙ ғүмер үтте тиеп, 

Яҡынлай тип ғүмер көҙөбөҙ. 

Йөрәктәрҙә шатлыҡ тулы, 

Күңел йырлап торһа һәр ваҡыт, 

Йәшәйһе лә килә был донъяла 

Ҡартлыҡ көҙөн тағы балҡытып. 

Тынысланырға ла иртә әле, 

Осҡоно булһын әле күмерҙең. 

Ғүмер көҙө! Әйҙә килешәйек 

Һин алтыны беҙҙең ғүмерҙең. 

*** 

Шифа ла ғына ләйсән ямғыр 

Яйлап ҡына яуа ер наҙлап. 

Шуҡ болоттар сабышалар күктә 

Йәйғор тора ерҙе ҡосаҡлап. 

Яҙҙың көнө йыл туйҙыра тиҙәр 

Һөйөп кенә сәсһәң бағышлап. 

Аҡ күлдәкле муйыл, алмағастар 

Бәпембәләр биҙәй нағышлап. 

Илаһи мәл. Ҡоштар һайрап тора 

Иртә таңдан ҡояш батҡансы. 

Бәпкә үләндерен түшәк итеп, 

Эх, аунайһы ине туйғансы, 

Танһыҡтарым ғына ҡанғансы! 

*** 

Ауыл кешеһемен 

Саҡ ҡына ҡалаға барһам, 

Ауылым тарта. 

Ауылымдың һыуын эсһәм, 

Көстәрем арта. 

Сәскәләре эйелешеп, 

Шишмәһен үбә. 

Ҡала шау-шыуынан ҡасып, 

Тын ҡалғым килә. 

Сәскә еҫле тыуған ерҙе 

Яратҡым килә.

Һандуғаслы, ҡарлуғаслы 

Ауылым миңә. 

*** 

Эй, тыуған яҡ, һоҡланғыс та йәйем. 

Бал еҫенә тулған баҫыуҙар. 

Ә ҡош моңо йөрәктәргә үтә - 

Үҙәктәрҙе өтөп һайрайҙар. 

Иртә менән ысыҡ киске килә 

Балға тулышҡанда сәскәләр. 

Ҡайындарҙың сәсен үргем килә 

Туҙғытып та елдәр иҫһәләр. 

Ап-аяҙ күк. Төпһөҙ зәңгәрлектәр 

Күңелемә яҡын үҙ ерем. 

Ҡайҙа барһам өҙөлөп һағынам 

Танһыҡ миңә һәр саҡ үҙ илем. 

Күңелемдә йәшәй ҡайындарым, 

Йәшелдән дә йәшел туғайым. 

Һағынып та киткән тыуған яҡты 

Баллы үҙәнендә аунайым. 

Эх, тыуған яҡ! 

Рәшиҙә Йылҡыбаева. 

Байым ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас