Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
26 Мая 2022, 09:05

Нәйлә Дәүләтшина

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Икенсе Этҡол урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Нәйлә Дәүләтшина (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҫәнғужина Гөлсөм Хәкимйән ҡыҙы). 

Добавить в предпочтительные источники Google
Нәйлә ДәүләтшинаНәйлә Дәүләтшина
Нәйлә Дәүләтшина

Ауылда таң 

Таң атыуын күрәм әле тиеп,

Иртә менән сыҡтым урамға.

Таңғы тынлыҡ, иркен һауа һулап,

Тау яғына баҡтым тын ғына

Шундай матур таң һыҙыла тауҙа, 

Күңелемдә йәм,йәнгә бик рәхәт. 

Таң атҡанға ҡыуанғандай төҫлө, 

Ҡоштар һайрай баҡса тирәләп. 

Йүгереп менеп киттем тау башына, 

Күҙәтергә ауыл урамын 

Кемдер һыйыр ҡыуа, кемдер һарыҡ, 

Кемдер берәү тора һоҡланып. 

Ауыл өҫтө терелгәндәй булды 

Йәм ингәндәй булды урамға 

Оҙаҡ ҡарап торҙом,һоҡланып 

Ауылымда таңдың атҡанын 

Нәйлә Дәүләтшина,

Икенсе Этҡол урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина