+9 °С
Ясно


Йәшәгән, ти, дүрт һылыу,
Дүрт миҙгелде белгертеп.
Миҙгел һайын матурлыҡ
Килә үҙен һиҙҙереп.
Көҙһылыу килһә ергә,
Йәшелсә, емеш беҙҙә
Игендәр баҫыуында
Тос башаҡтар өлгөрә.
Ҡарһылыу ҡыҙ бик уңған,
Тәҙрәне биҙәп ҡуйған,
Ергә аҡ юрған япҡан,
Ҡарҙан тау өйөп һалған.
Яҙһылыу Ҡояш иленән -
Алтын нурҙарын һипте.
Ҡарҙар иреп, ҡоштар ҡайтып.
Йылғала һыуҙар китте.
Йәйһылыу иң матур ҡыҙ
Гөл сәскәгә күмелә.
Муйыл, ҡарағат, еләктәр
Мул ғына уңыш бирә.
Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы,
Йыл буйына гел бергә.
Дүрт ҡыҙының хеҙмәте
Мөғжизә бирә беҙгә!
Әлфинә Вәлиева,
Икенсе Этҡол урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы.