

Ауыл осонда йәшел сиҙәм. Артабан урман башлана. Аяҡ аҫтында тәүге бәпкә үләндәре күренә башлау менән минең ҡыр тормошом башлана! Әнейем ҡатырға йәшниккә тултырып тәүге оя ҡаҙ бәпкәләрен йәшел үләнгә аяҡ баҫтыра:
- Сөбханалла-сөбханалла, минең ҡулым түгел Фатима-Ғәйшә ҡулы. Имен-сау ғына йөрөгөҙ, - тип ипләп кенә төшөрә. Фатимаһы әтейнең апайының исеме, Ғәйшәһе күрше апай, улар ни ҡылғандыр? Бәрәс-быҙауҙар тыуғанда ла шулай ти, әнейем.
Ҡаҙы йөрөй әллә кем булып, мине яҡын да юллатмай бәпкәләренә. Тотоп ҡарайһы ине берәйһен. Юююҡ, ярамай. Инә ҡаҙ менән әнейем икеһе лә осора һуғырҙай ҡарайҙар. Әней ҡайтып китә миңә инструкция уҡып бөткәс.
- Юлға төшөрмә, ҡарға күренһә ҡысҡыр,ҡаҙҙан ҡурҡма, ул һине ашамай!
- Эйе, ул һине генә кешегә һанай, миңә күкле-йәшелле күҙҙәре менән аҡайта ҡарап йылан кеүек ыҫылдай!
- Ярай, ҡайт.
Минең менән иң ҙур байлығым - китаптарым! Әней китеүгә үләнгә һуҙылып ятам да уҡый башлайым. Бөгөн минең ҡулда "Кәмһетелгәндәр". Зөлфиә әбей ҙә бәпкәләрен ҡыуып яйлап баҫып килә ята.
-Һаумы ҡыҙым, бигерәк күп уҡыйһың! Прокурор ғына булып китерһең инде.
- Әйҙә әбей, ҡысҡырып уҡыйым!
Әбейем түшәген йәйеп бәйләмен сығарып мине тыңлай. Илай-илай тыңлай, туҡтатып яңынан уҡыта:
- Ҡалай ыҙалап үлгән әсәләре.. Эй, Аллам балаларын ярҙам бир. Етемдәр йәберләнмәһен инде...
Ана Дилбәр әбейебеҙ ҙә килә. Хәҙер минең тыңлаусылар икәү. Дилбәр әбей элекке уҡытыусы. Уның алдында ятып уҡыу килешмәй, шуға Зөлфиә әбейем:
-Тора һал, Дилбәр күрше алдында оят булыр, - тигәс тороп ултырып уҡыйым.
Дилбәр әбей бер нәмә лә әйтмәйәсәк! Әммә бөтә урам уға хөрмәт күрһәтеп, юлын ҡыймай, һүҙен йыҡмай! Әбейҙәр ауыл хәбәрен һөйләшә башлаһа, мин урман яғынараҡ китеп уҡыйым. Улар барыбер һөйләтеп аласаҡтар! Ҡайһы ерҙәрен яңынан ҡысҡырып уҡыуҙы һораясаҡтар. Аяҙ күктә йөҙә болоттар, еләҫ май аҙағы ... Аҙна-ун көн минең ғүмер бәпкә ҡарауыллау. Бөтә ҡаҙҙар ҙа бәпкә сығарып бөтһә, әней аталыҡты плендан сығара! Ҡаҙҙар янында миңә көн бөтә! Апайҙар ғына ҡайырып алып ҡайта ала! Мәсәүәрә әбей ҡаҙҙарын көтмәй, бер өйөр ҡара ҡаҙҙарын аталығы яҡшы ҡарай, уның инәлектәре лә уҫал. Әбей килеп ем ашата ла ҡайта... Мәрфүғә апайҙыҡылар бөтөнләй аҡыллы! Улар үҙҙәре ҡайтып ашап кире сығалар.. Бәләкәй Дилбәр апайҙы ҡыҙы сыға көтөргә. Өйҙәре яҡын булғас инеп-сығып ҡына йөрөйҙәр. Кеше балалары дәрес әҙерләйме шунда, ваҡыттары юҡ. Әбейҙәремдең балалары үҫеп бөткән, шуға улар үҙҙәре ҡаҙ көтә! Миңә улар бар ниҙә юҡ ни. Китап уҡырға ҡамасауламаһалар булды. Ҡаҙҙарын ҡалдырып ҡайтып, берәй ярты сәғәттән кире киләләр. Әнейем дә мине алмаштырырға апайҙарҙы ебәрә. Ҡайтып тәмле ҡоймаҡтары менән сәй эсәм дә кире йүгерәм. Китапты уҡып бөтөр кәрәк! Зәки Вәлиевич яҡшы китаптарын әҙерләп кенә тора! Ике этажлы дан йортта беҙҙең китапхана! Ундағы байлыҡ!
Беҙ китапханаға Гөлдәр менән барабыҙ. Ул шәп уҡый, мин дә ҡалышмаҫҡа тырышам. Уның атайы Шәфҡәт еҙнәм дә күп уҡый! Ул хатта һыбай китеп барғанда ла китабы ҡулында! Мин бәпкә көткәндә Гөлдәр сыҡһа, күңелле булып ҡала. Уның әсәйҙәре яҙғылыҡҡа Ныяҙғол утарына һауынға күсәләр. Ҡара көҙгә тиклем шундалар. Бында ҡартәсәһе Ғәрифә инәй янында сиратлап ҡалалар. Ғәрифә инәй һауалы, олпат, ысын башҡорт инәйе! Йәшел бәрхәт камзул кейеп, атлас күлдәктәре өҫтөнән, тәңкәләрен сылтыратып онотҡанда бер урамдан үтеүе генә ни тора! Инәйҙе барыһы ла хөрмәт итәләр. Һис кемгә башын бороп эйелеп хәбәр һөйләмәҫ, ғорур башын түбән төшөрмәҫ! Ауыҙ йыбырлатып ҡына сәләм бирер ҙә үтер. Тарих үҙе китеп барамы ни! Беҙҙе:
- Ояттан һуң тыуған быуын! - тип атай инәйебеҙ.
Гөлдәр, ҡартәсәһе һымаҡ, бер нәмәнән ҡурҡмай, шуға уның менән миңә рәхәт. Себен менән серәкәйҙән башҡа бөтә тере нәмәнән мин ҡурҡам. Мин күп кешене лә белеп етмәйем. Гөлдәр әсәһе менән ферма тирәһендә лә өлгөргәс кешене таный. Сеп - татарға ла "олатай, инәй" тип өндәшә. Беҙ "әбей, бабай" тигәнде өнәп етмәйҙер, күрәһең. Колхоз үгеҙен үсекләп Гөлдәр менән урмандан ҡайталмай йөрөгән дә бар. Исеме Николай үгеҙҙең:
Николай-никалай,
Сиди дома не гуляй!
А то девушки придут
Поцелуют и убьют!
Үгеҙҙең түгел әллә кемдең дә йәне көйөр! Үгеҙ беҙҙең арттан, беҙ урманға сабабыҙ! Бер кәкре ҡайынға менеп торҙоҡ. Үгеҙ йөрөй үкереп... Төшөргә шөрләтә. Гөлдәр төшөп әүрәтеп йүгерәм, ти мин ебәрмәйем:
- Һөҙһә һине мин ҡотҡара алмайым! Шуға ҡысҡырайыҡ!
Мәктәптә өйрәнгән, ололар табынында ишеткән бөтә йыр-таҡмаҡтарҙы йырлап бөттөк. Никалай йөрөй фырт ҡына бушлай концерт тыңлап. Минең моң юҡ, тауыш көр. Гөлдәрҙең йырлағанын рәхәтләнеп тыңларға була. Ул йырлағанда үгеҙ ҙә йоҡлап барғандай иҙрәп китә, минең сират етһә, хәҙерге шоферҙар полицай күргәнме ни, күҙен аҡайтып мөңрәй башлай: "Молчи, осёл!" - тиеүе микән. Күпме торғанбыҙҙыр, үгеҙ әүрәтеп, тауышҡа бер һыбайлы килеп сығып, көлә-көлә беҙҙе тотҡондан ҡотҡарҙы. Гөлдәр уҡыған китап буйынса күп нәмәне иҫтә тота.Уларҙың ҡаҙҙары ла Ныҙғолда, шуға миңә иптәшкә сыға. Зөлфиә әбейебеҙгә икәүләп китап уҡыйбыҙ. Бөгөн "Ырғыҙ". Бында ла ҡыҙғаныс урындар күп. Әбейебеҙҙе илата-илата күпме китап уҡығанбыҙҙыр бәпкә үҫтергәндә.
- Байлығым - китаптар!
Йүнәлтмә буйынса эшкә киттем. Тыуған ил бушлай уҡытҡас, бурыс - уның ышанысын аҡлау! Ул ввҡытта профсоюз аша яҙҙырып һатыуҙа булмаған әйбер ала торғайнылар. Профсоюз йыйылышында шуны тикшерәләр. Кемгә нимә бирергә? Есениндың шиғырҙарының тулы йыйынтығы килгән! Беҙҙең ҡыҙҙар миңә бирҙермәктәр. Профсоюз лидеры оло уҡытыусы ла конкурент булғас, мин баш тарттым. Миңә ул ваҡытта модалы ысын итек бирҙеләр. Оҙаҡ хеҙмәт итте ул итек! Йыйылыштан һуң теге уҡытыусы миңә килде лә: "Ты ж не русская, зачем тебе Есенин?" Мин: "Я люблю поэзию!" Уҡытыусы: "Как? Ты послуушай какие слова!- тине лә:
Руки милой пара лебедей
В золоте волос моих ныряют!
тип тын алырға туҡтағайны, мин:
"Все на этом свете из людей
Песнь любви поют и повторяют!"- тип дауам итеп һөйләй башлағайным коллегам: "Дааа, ты моё сокровище! Ты пониманием читаешь Есенина! В золоте волос ныряют руки - лебеди! Какие глубокие и истинные чувства передаёт Есенин! Умничка ты моя!" Ошо хәлдән һуң бер нисә көндән ул класс етәкселек иткән кластан Оксана исемле ҡыҙыҡай иҫке генә Есениндың шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте. Ҡайҙан алғандыр, һораманым, ул ҡәҙерле бүләк әле лә китап кәштәмдә!
.....
Вузда ситтән тороп уҡығанда уҡытыусылар үҙҙәре яҙған китаптарҙы алдырырға тырыша торғайнылар. Шул осорҙа бик күп һүҙлектәр йыйҙым. Экзаменға инергә китап тотоп инергә торһам, бер әрһеҙ генә группалашым китабымды биреп тор әле тигәс бирҙем. Теге ялп итеп экзаменға инеп тә китте. Минең сират еткәс, китапһыҙ ҙа экзаменды биреп сыҡтым. Теге группалашым минән һуңға ҡалып сыҡты: "Уф, китап булмаһа, икеле ала инем, бер нәмә лә белмәйем, китабың булғанға ғына тип өслө ҡуйҙы!"- тип миңә рәхмәттәрен уҡып, китапты тотторҙо. Китабымды асып ҡараһам.... Тәүге битенә шәхси китабым тип үҙенең исем-фамилияһын яҙған. Үҙ исеменә уҡытыусынан автограф алған! Шулай итеп мин рәхмәтле булдым...
....
Тәүге йыл эшләп отпускыға ҡайттым. Әнейем илап ебәрҙе. "Ни булды?"- тием. "Китаптарыңды һаҡлай алманым, солан тултырып туҙҙырғандар бынауҙар!"- тип, хәҙер нисәнсегәлер инде племянниктарымды пыр туҙҙыра. "Ярай унда эшкингән әйбер юҡ ине барыбер! - тим. "Мин балам ас йөрөмәһен, тип биргән аҡсаға һин китап ташының, ә былар шуны туҙҙырып, йыртып бөткәндәр! Йыйып ҡуйҙым ҡалғанын.." - тип күҙ йәштәре менән илай. Әллә ҡасан, үҙем дә белмәйенсә ас йөрөгән мине йәлләйме, әллә йыртылған конспекттар, китаптарҙы йәлләпме... Беҙҙең заманда журнал, газеталарҙан ҡырҡып тематик папкалар эшләү модала булды. Минең төрлө темаларға эшләнгән, әнейем күҙ ҡараһылай һаҡлаған, ул папкаларҙы хәҙер ҡыҙҙарым ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар.
...
Минең китаптар кәштәлә тик тормай. Күптәре кешелә. Үҙем үҡып сыҡҡас башҡаларға тәҡдим итәм. Шулай китаптарым өйгә ҡайтып инмәйҙәр, бәлки ҡайҙалыр саңланып яталарҙыр, бәлки кемдер уҡыйҙыр...
Әлфиә Юлыҡ.