Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
25 Мая 2022, 10:30

Миндиәхәт Абдуллин

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Миндиәхәт Абдуллин. 

Миндиәхәт АбдуллинМиндиәхәт Абдуллин
Миндиәхәт Абдуллин

Телефон зыян булмаһын 

Ағиҙелдә аҡ карап,
ултырҙым алға ҡарап, 
Йәш ғүмерҙәр үтә инде,
телефондарға ҡарап.

Йыр яңғырай... Һүҙҙәрендә дөрөҫлөк тә бар, уйландырырлыҡ та шул. 

Йәштәрҙең күпселеге телефонды сәғәттәр буйына тоталар, тиҙ генә унан айырылып китә алмайҙар. Тимәк уларҙың ихтыяр көсө көсһөҙ. Баланың йәшенә ҡарап,уны ҡулланыу өсөн рөхсәт ителгән ваҡыты минуттарҙа билдәләнгән бит. Һаулыҡты һаҡлау маҡсатында уны күҙәтеү мөһим. 

Истаграмм, Тик-ток, Телеграмм, Бәйләнештә селтәре, Ватсап барыбыҙҙы ла йәлеп итә. Балалар уйын да уйнайҙар, компьютер, телефонды файҙаға ла ҡулланалар. Уйын уйнау балаларҙың үҙаллылығын үҫтерһә, кире тәьҫире лә бар: ҡатылыҡ тәрбиәләнә, психик, физик ауырыуҙар (күҙ ауыртыуы, арҡа көмрәйеүе, тиҙ ҡыҙыусанлыҡ) тыуа.

Мин телефон һәм компьютерҙы оҙаҡ ваҡыт тотонмайым. Ҡышын саңғы шыуам, йәйен йөҙәм, йүгерәм, атта йөрөйөм, ата-әсәйгә ярҙам итәм. 

Мин кешеләргә телефонды, компьютерҙы сәғәттәр буйы тотмаҫҡа кәңәш итәм, үҙ һаулыҡтары үҙ ҡулдарында икәнен онотмаһындар ине. Һаулыҡты һатып алып булмай, дарыуҙар ҡиммәт тора. Интернет селтәрен файҙаға һәм ваҡытты дөрөҫ бүлергә кәрәк.

Миндиәхәт Абдуллин,

Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы . 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас