

Тәҙрәгә яҡты төшкән түгелме? Хөснә шул уй менән уянып китте. «Торайым, усаҡҡа ут яғып сәй ҡайнатайым. Оҙаҡламай Хөснөлхағы уяныр».
Тәүҙә тәҙрәгә күҙ һалды.Томан.Күк томан…
Ярата шул ул таң атҡан мәлде: Һаҡмар буйлап иге-сиге күренмәгән томан тарала... Томан түгел, ә тылсым көсө, илаһи көс. Әйе, илаһи көс. Ана, тауҙарғарға олғашҡан, уларҙы ҡосоп иркәләй. Гәлсәрҙәй үтә күренгән йылғанан күтәрелә лә бөтә тәбиғәткә яйлап йән өрә.
«Таң иртә торғандарға бәхет өләшә», тиҙәр бит. Һәр иртәлә Хөснәгә лә дәрт-дарман ингәндәй. Аҡ төҫтәге шау сәскәле яулығын ҡайырып бәйләп алды. Унан сыбыҡ-сабыҡты һындырғыланы. Шунан уларҙы усаҡҡа һалды, малайҙары алып ҡайтҡан туҙҙан тыҡты, шырпы һыҙҙы.
Түҙ: «Нишләнең?» тигәндәй бөгәрләнеп китте, сыйылдағандай итте лә ялҡын ялманы. Уңғансы шар та шорт килә башланы.
-Аб-ба-а-а.
Әллә ҡайһы арала Хөснолхағы тороп, йыуынып та ингән» ул уйҙарға сумып, һиҙмәгән дә. Ошо уттай дөрләп ҡабынды бит мөхәббәттәре. Өйләнештеләр. Һөйөү осҡондары - ике улдары тыуҙы. Ирҙән дә, ҡайны-ҡәйнәнән дә уңды Хөснә. Бер ауыр һүҙ әйтмәнеләр. Берҙән бер улдарын итәғәтле, эшһөйәр итеп тәрбиәләгәндәр.
Ире сәйен ҡабалан ғына шөрпөлдәтеп эсте лә рәхмәт әйтеп, балыҡҡа әҙерләнә башланы. Эреле-ваҡлы балыҡҡа бай ул Һаҡмар. Тик мәлен, яйын белер кәрәк. Бына ошолай таңда, ҡояш беленер беленмәҫ булғанда башлай бит балыҡтар уйнарға… Урынын да белә Хөснолхаҡ. Анау яҫы таштан арыраҡ ҡамышлы урында балыҡ йыш сиртә. Балығы булһын ғына, һә тигәнсе Хөснә уларҙы таҙалап ҡуя. Йә тоҙ һибә биреп киптерә, йә балыҡ ҡурпаһы бешерә. Малайҙары тал сыбығына сәнсеп утта ла тотоп ашайҙар.» Инсафы көлгә күмелгәнен ярата. Артҡанын 3ң саҡрым аралағы үҙәккә барып һатып, йә алмаштырып кәрәк-яраҡ йүнләп алып ҡайтыр.
-Балыҡ ҡабамы, ағай?- тине ҡайҙалыр китеп барған Ирхан.
-Ҡапты. Аллаға шөкөр.
-Эре икән. Һо-һо-һо.
-Әйе. Бына һиңә лә өлөш.
-Юҡ, юҡ. Рәхмәт, ағай.
-Ал, ал. Рәхмәтен алғас әйтерһең. Ауыҙ итегеҙ.
-Ярай, әләйһәң. Рәхмәт.Иртәгә кәмәгеҙҙе биреп тормаҫһығыҙмы икән?
-Бирмәй ни, бирәм.Төшкә ҡайтҡанда алырһың. Йә булмаһа, ҡайтайым әле. Көн кискә ауышып бара.
Кем уҙарған йүгерешкән бала-саға осраны. Уларҙың береһе Хөснолхаҡты уратып ҡаса башланы.
-Әй, ошо малайҙарҙы… Төкөп йығаһығыҙ бит, - тине ул йылмая биреп.
Шаян ҡояш нурҙары ерҙе ҡарҙан әрсей башланы. Еләҫ яҙ еле биттән иркәләй, сәстәр менән уйнай. Шундай иләҫ саф көндә бала-саға өйҙә ултырмай инде.
«Эх, уҙған ғүмер. Бар ине шул шундай саҡтар: кем уҙарҙан сабышыуҙар, хәсрәтһеҙ мәлдәр, хәстәрһеҙ саҡтар".
Хистәргә бирелеп өйгә ҡайтып еткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Тупһаға баҫҡайны ғына, таҡ та тоҡ килгән тауыш һиҫкәндерҙе.
Ҡап-ҡара туҙан күтәрелгән, тап балаларҙың тәңгәлендә. Йөрәк шомланды. «Атлылар, буғай. Балаҡайҙарҙы ғына тапап, имгәп китмәһендәр», - тигән уй йүгерҙе башынан.
- Аҡтар, аҡтар, - тип ҡысҡырған тауыш ишетелде.
Ыбыр-сыбыр кем ҡайҙа таралды. Ауылыбыҙҙан бындай һыбайлылар әҙ үтмәй, барыбер шөбһәле.
«Анау барғаны Инсафы, ағас артына боҫто. Өлкәне Ильясы ҡайҙа икән? Туҡта, туҡта, алдараҡ тора түгелме?» - тигән уйҙар бер бер артлы башынан үттеләр.
Улын саҡырырға итте, тауышы сыҡманы.» уныһы әллә атҡа ҡыҙығып, әллә һыбайлыны күҙәтеп тора бирҙе.
Күҙ асып йомған арала һыбайлы малайға етәрәк эйелеп, тал сыбыҡтай сибек Ильясты биленән эләктереп алды, атына һалды. Малайҙың ялан аяҡтары ғына күренеп ҡалды, атланып уйнаған тал сыбығы ҡулынан шыуып төштө. Һыбайлылар йәшен тиҙлегендәй күҙҙән юғалдылар.
Хөснөлхаҡ арттарынан йүгерә, ташҡа аяғы төртөлөп йығыла яҙҙы, тағы алға ынтылды. Тамам хәлдән тайҙы. Тояҡ эҙҙәре генә ята. Бала юҡ. Төшөп ҡалмағанмы тип, ул-был яҡҡа күҙ ташланы. Юҡ…
Ауыл артта ҡалды. Ара-тирә эттәрҙең өргән тауышы ҡолаҡҡа салынып «Ҡайтайым. Хөснә үҙенә урын тапмайҙыр. Күмәкләп яҡтыртҡыстар тотоп сығыр кәрәк», -тип уйлап өлгөрмәне артынан дүрт-биш ир-ат килеп етте.
Сыҡтылар, бөтә халыҡ менән эҙләнеләр. Тик файҙаһыҙ… Бөтә ҡыуаҡ, юл тирәһен ҡарап сыҡтылар. Юҡ…
Көндәр үтте, төндәр уҙҙы. Бала тураһында хәбәр ишетелмәне. Ҡояш та моңһоу, ҡоштар ҙа һайрауҙан туҡаны, Һаҡмар тын ғына аға.
Төн еттеме, Саҡ менән Суҡтың ҡысҡырыуҙары эсте бошора. Әйтерһең, береһе: «Ильяс», ә икенсеһе « Инсаф», ти. Көндөҙ Инсафы ағайын таптырып яраға тоҙ һибә. Үҙе яңғыҙ бала булып үҫкәсме, Инсафтың хәлен аңлай Хөснолхаҡ.
Йоҡонан торғас та, улы тал сыбыҡҡа йүгереп барыр булды. Әйтерһең дә, ағаһы шул һуңғы торған ергә кире ҡайтыр кеүек.
Инсаф бөгөн дә унда барҙы. «Аба-а, тал сыбыҡта йәшәреп бөрөләр сығып бара түгелме?! Һыу ҡойорға кәрәк. Тиҙерәк, тиҙерәк,» - тип һөйләнә-һөйләнә малай ҡайтыу яғына йүгерҙе.
Күп тә үтмәне, кире әйләнеп тә килде. «Үҫ, үҫ», - тип ҡабатланы. Үҙе һыу ҡоя, ә күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй. «Атайға, әсәйгә әйтергә кәрәк», - тигән уй мейеһен телеп үтте.
Атаһы өйҙә юҡ ине. Бәхеткә, әсәйе өйҙә икән. Әсәһенең ҡулынан тотоп алды ла тышҡа ыңғайланы. Бер нимә лә аңламаған ҡатын бала артынан атланы.
Бына барып еттеләр. Әсәнең дә күҙҙәрендә йәш эркелде. Бер ҡулы менән бәләкәсен ҡосҡан, икенсеһе менән тал сыбыҡты һыйпай. Күҙҙәре менән наҙлай. Үҙе ишетелер ишетелмәҫ: «Иҫән ул улым, иҫән. Тик юлдары ғына беҙҙән айырылды. Уның да йөрәге тибә ҡайҙалыр», - тине йәшкәҙәгән күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртә-һөртә.
«Күпереп үҫ, тал сыбыҡ»,- тип өҫтәне.
Тал сыбыҡҡа яҡын булһын тип, Хөснолхаҡ уның янына өй һалды, ҡәҙерләп кәртәләп алды. Хәҙер тал сыбыҡ өй алдында үҫә.
Яҙ еттеме, һары ғына, йомшаҡ көсөктәргә күмелә. Ә быйыл уның төбөндә бәләкәс талы күренде…
Лилиә Вәлитова