Конкурстар
25 Мая 2022, 11:30

Азамат Вәлитов

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Азамат Вәлитов. 

Азамат ВәлитовАзамат Вәлитов
Азамат Вәлитов

Ни яман?

Ҡобайыр 

Бер тигәс тә ни яман?

Бер үҙең ҡалһаң, шул яман.

Ике тигәс тә ни яман?

Илһеҙ ҡалһаң, шул яман.

Өс тигәс тә ни яман?

Өйһөҙ ҡалһаң, шул яман.

Дүрт тигәс тә ни яман?

Дәртһеҙ булһаң,шул яман. 

Биш тигәс тә ни яман?

Биш бирмәһәң, шул яман. 

Алты тигәс тә ни яман?

Атың белмәһәң, шул яман.

Ете тигәс тә ни яман?

Ерһеҙ булһаң, шул яман. 

Һигеҙ тигәс тә ни яман? 

Һөмһөҙ булһаң, шул яман. 

Туғыҙ тигәс тә ни яман? 

Телһеҙ торһаң,шул яман. 

Ун тигәс тә ни яман? 

Улһыҙ ҡалһаң, шул яман.

Азамат Вәлитов,

Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас