

Кристина
Хикәйә
Азамат тимер атына атланып Һаҡмар күперен сығып барғанда, салбарының яҫы балағы сепкә эләкте. Ысҡындырам тип эйелгән арала сылтырап аҡҡан шишмә тауышындай көлөү ҡолағына салынып ҡалды. Ҡарап ебәрһә, күпер аша фәрештә сығып бара. Ҡарғусҡыл йөҙ, муйылдай ҡара күҙҙәр, елгә иркәләнгән оҙон бөҙрә сәстәр. Ә буй-һыны... Егет күпер уртаһында ҡатып ҡалды. Быға тиклем бер ҡасан да юғалып ҡалғаны юҡ ине лә. Ҡайҙа барһа ла, нимә эшләһә лә күҙ алдында тик ул ғына. Нисек инде? Мөхәббәт тигәнең шул буламы икән ней? Бер үк ваҡытта рәхәт тә, бер үк ваҡыт та ҡыйын да. Бәлки үтер. Юҡ, үтмәй. Киреһенсә мөхәббәт уты тағы ла нығыраҡ ялмай. Көн буйына күпер аша тегеләй-былай йөрөп тик ятты. Тик... осраманы хыялындағы теге ҡыҙ. Тойғоларын башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышты. Тик бына әсәһе һиҙенә башланы. Йоҡоһо йоҡо түгел, аштың тәмен һиҙмәй. Дуҫтары шаярып көлһә, ҡушылып көлгән була. “Ярай әле гармуным бар. Ул ғына мине аңлай”, -- тип егет гармун телдәрендә саф шишмәләй көлөү тауышын эҙләй башланы.
Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәгән, ауыр хәлдәрҙән һәр ваҡыт сығыу юлдарын тапҡан Азаматты дуҫтары Спартак тип йөрөтә. Ә был исем уға юҡҡа ғына килеп ҡунмай. Кинофильм сәнғәтенең үҫешкән мәле. Йәше лә, ҡарты ла кино менән йәшәй. Ауылда иң ихтирамлы кешеләрҙең береһе лә кино күрһәтеүсе Әғләм ағай. Иң ҡәҙерле урын, кинофильм исеме яҙылған таҡта. Ул кеше яҙмышының бер өлөшөнә әйләнде, тиһәң дә шыттырыу булмаҫ. Күптәр үҙҙәренең исемдәрен киногеройҙар исеме менән алмаштырып бөткән мәл... Азамат та шулай Спартак булып китте.
- Һаумы, Айһылыу!
- Ә?
- Эйе, һаумы.
- Һы.
- Эйе.
- Был һиңә!
- Абау, ҡалай матур сәскәләр!
- Эйе.
Көн-төн ҡарауыллай торғас, Һаҡмар күперендә осратты йөрәгенә тынғы бирмәүсе һылыуҡайҙы.
- Рәхмәт, ағай.
- Эйе.
Айһылыу юлын дауам итте, Азамат йәнә күпер уртаһында ҡатып ҡалды.
***
Айһылыу ҙа башҡа ҡыҙҙар кеүек һинд киноларын ҡарарға ярата. Тик башҡалар менән бергә илап ултырмай. Мәктәпте тамамлағас та, әхирәттәре менән һауынсы булып эшкә төштө. Башҡа һөнәр тураһында хыялланғаны ла булманы. Ошонда тыуған, ошонда үҫкән ҡыҙ башҡа ерҙә йәшәрмен, тип үҙен күҙ алдына ла килтерә алманы.
- Ҡыҙҙар, бөгөн эште иртәрәк бөтәйек. Әғләм ағай кино алып килдем ти ине.
- Нимә тураһында Көнһылыу?
- Барғас күрерһең.
- Әйтмәнеме?
- Һеҙгә оҡшаясаҡ. Берегеҙгә исем табасаҡһығыҙ тине.
- Үәт ҡыҙыҡ!
Клуб шығырым тулы. Иң алғы рәттә ололар. Улар артында һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып көлгән ҡыҙҙар ултыра. Артҡы рәттәрҙә үҙҙәрен ауыл тотҡаһы һынаған ир-егеттәр. Ут һүнде. Сытыр-сытыр иткән тауыштар ишетелде. Залдың артында дүрткел итеп уйылған бәләкәй тишектән, сәхнәгә элеп ҡуйылған аҡ япмаға нур һирпелде. Арҡыс-торҡос һыҙыҡтар бер янып, бер һүнгәс кино исеме пәйҙә булды. Залда тынлыҡ урынлашты. Сихри көй яңғыраны. Бар халыҡ кино эсенә инеп китте.
...Бөгөн Айһылыуға ниҙер булыр кеүек тойола. Йөрәкһенеп бер булды. Һауын бөткәс, ҡыҙҙар сәй эсергә бүлмәгә йыйылды. Иртәнән алып саҡ тыйылып йөрөгән Көнһылыу һүҙ башланы:
- Эх, ҡыҙҙар! Әғләм ағай дөрөҫ әйткән бит!
- Нимәне?
- Миңленур тыңлап бөт инде.
Барыһы ла түҙемһеҙлек менән яңылыҡ көтә. Тик Айһылыу ғына ҡараштарын тәҙрәгә төбәп, ниндәйҙер уйға сумған.
- Айһылыу, һин нимәләр уйлайһың?
- Ә? Былай ғына.
- Ярай атыу, һөйләйемме ҡыҙҙар?
- Көнһылыу, баянан бирле сәй ҙә эсмәй көтөп ултырабыҙ ҙа.
- Кристина.
- Нимә Кристина?
- Нимә булһын, исем.
- Әәә, исем шул.
- Оҡшағанмы?
- Кем?
- Айһылыу.
- Тап үҙе.
Айһылыу, күҙ ҡараштарын тәҙрәнән алып, әхирәттәренә йүнәлтте. Ҡолаҡтарындағы көмөш алҡалары сыңлап китте.
- Айһылыу, беҙҙең өсөн генә Кристина бул инде йәме.
- Ә минең өләсәйем әйтә, кешенең ике исеме булырға тейеш тип. Уның үҙенеке икәү.
Эйе, кисәге кинолағы Кристина, ҡойоп ҡуйған Айһылыу ине. Испания киноһы булды. Бейеүсе ҡыҙыҡай тураһында. Уттар сәсрәтеп бейей. Ә утлы ҡараштары! Шул уҡ ҡарағусҡыл йөҙ, бөҙрәләнеп торған сәстәр, мәрйендәй теҙелеп киткән ап-аҡ тештәр. Әхирәттәре өсөн Айһылыу барыһын ла риза.
- Ярай, әхирәткәйҙәрем. Мин һеҙҙең өсөн Кристина булырға ла әҙер. Тик үҙ-ара ғына йәме? Ә исемде миңә Дәүләтбай ҡартатайым үҙе ҡушҡан. Башҡа бер исемгә лә риза булмаған.
Ҡыҙҙар йүгерешеп килеп Айһылыуҙы ҡосаҡлап алдылар. Эй, ҡыҙсыҡтар! Уларға бер йылы һүҙ ҙә етә.
- Ә һеҙ минең күбәләктәрем.
- Кристина сылтыратып көл әле. Ишеткебеҙ килә. Айһылыу үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Бар бүлмә сихри көлөүгә сумып нурланды.
- Нурислам ағай, мине лә үҙең менән эшкә ал әле.
- Һин диңгеҙ-океандар гиҙергә китергә йөрөйөң түгелме һуң?
- Шулайын шулай ҙа, әлегә якорҙы Һаҡмарға ташларға тура килә.
Азаматтың бала саҡ хыялы моряк булыу. Почта аша тельняшка алдырҙы. Сибайға баҙарға барып якор һүрәтле ҡайыш алып билен быуҙы. Баймаҡтағы тегеү оҫтаханаһында яһы балаҡлы ҡара салбар тектерҙе. Яйы сыҡҡан һайын гармунында "Яблочканы" һыҙҙырҙы.
- Айһылыу, беләһеңме? Беҙ ауылда өр яңы ферма төҙөрбөҙ. Унда күп нәмә механик рәүештә эшләйәсәк. Һеҙҙең эшегегеҙ күп тапҡырға еңеләйәсәк.
- Һеҙ кем һуң?
- Нурислам ағай бригада төҙөй. Мине лә алам тине.
- Ә ул механика ярҙамында эшләгәс, ҡыҙҙарға эш ҡалмайҙа инде.
- Эш ваҡытығыҙ әҙәйер. Күберәк өйҙә булырһығыҙ. Баймаҡ, Сибайға йөрөрһөгөҙ.
- Шулайҙа ул. Ә мин күберәк һыйырҙарым эргәһендә булырға яратам. Улар бер ваҡытта ла әрләшмәй. Арҡаларынан һөйһәң, онотолоп иркәләйҙәр. Белһәң ине, быҙауҡайҙарын нисек яратҡандарын.
Азамат онотолоп китеп һөйгәнен тыңлай. Шундай рәхәт. Ошо миҙгелде оҙон оҙаҡҡа һуҙғы килә.
- Иркәм, әйҙә Бәбеләш тауына менәйек.
- Әйҙә. Ике йәш йөрәк етәкләшеп атлап түгел, осоп менделәр тау башына.
-- Азамат!
- Әү, иркәм?
- Бер нәмә тураһында һорайым тигәйнем.
- Тыңлайым.
- Ә һин үпкәләмәҫһеңме?
- Һин мине үпкәләтерҙәй нәмәләр ҙә бармы ней?
- Ярай, атыу. Һинең атай-әсәйҙәрең беҙҙең ауылға күсеп килгәндәр тиҙәр. Элек ҡайҙа йәшәгәндәр?
Ауыҙына сәскә ҡабып, зәңгәр күкте айҡап ятҡан егет, ҡапыл һикереп ултырҙы. Аҡһыл йөҙөнә етдилек сатҡылары йүгерҙе. Быға тиклем ете йоҙаҡ аҫтында, күңел төбөндә һаҡланып килгән сал тарих үҙен һиҙҙерҙе. Егеттең күҙҙәрендә осҡон сәсрәне, йыш-йыш тын алыуҙан киң күкрәктәре тағы ла киңәйеп китте.
- Тарих... Башҡорт... Батырҙар...
Үҙ алдына нимәлер һөйләнгәндәй булды. Күп осраҡта шаярып-көлөп һөйләшкән егеттең, шундай етди сағын быға хәтлем күргәне юҡ ине Айһылыуҙың.
- Айһылыу!
Егет ҡыҙҙың ҡулдарынан тотто, ярһыу күкрәктәренә ҡыҫты.
Айһылыу егеттең ярһып типкән йөрәген тойҙо.
- Айһылыу! - тип ҡабатланы ул.
- Эйе, эйе. Алыҫта минең ҡурҡыу белмәҫ батыр ата-бабаларымдың иле. Ҡайһы саҡта төштәремдә сал тарихҡа ҡайтып, ете төн уртаһында уянып, уйҙарға сумып ятам. Йән тартмаһа ла ҡан тарта.
- Айһылыуым минең. Һиҙәм иркәм. Ҡасанда булһа ата-бабаларым төйәгенә ҡайтасаҡмын. Улар күҙ ҡараһылай һаҡлаған изге ерҙәргә баҫасаҡмын.
Айһылыу, Азаматын ер аҫтынан ҡалҡып сыҡҡан батырҙай хис итте. Егеттең нескә күңел ҡылдарына тейгәненә берсә үкенгәндәй булды, берсә һоҡланды.
Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғәләм белгән уларҙы.
Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы.
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды...
Азамат уҙаман, Ирәндектең сал ҡаяһына баҫып, киң күкрәктәрен киреп, ғорур башын юғары сөйөп ялҡынлы шиғыр һөйләй. Гүйә үҙе сал тарихта, батырҙар араһында... Баш осонда, зәңгәр күкте байҡап, ҡанаттарын йәйеп бөркөт өйрөлә.
Аңланы Айһылыу, бөтәһен дә аңланы. Азаматының алдағы яҙмышын да һиҙҙе. Был фани донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай. Бар нәмә, һәр ваҡиға эҙмә-элекле, бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Ҡартатайы әйтмешләй, маңлайыңа яҙылғандарҙы күрмәй булмай. Азамат һөйләгәндәрҙе кинолағы шикелле ап-асыҡ итеп күрҙе. Өнмө, төшмө? Ҡая таштай ҡатып ҡалған һөйгәнен, егет ҡосаҡлап алды. Һартай ырыуы батыры ҡосағында Бөрйән ырыуы һылыуы балдай ирене.
- Азамат! Батырым минең!
Айһылыу, ҡоштай осоп текә ҡаяға менде. Көмөш сулпылары сыңлағаны ғына ишетелеп ҡалды. Тулҡынланып бөҙрәләнгән сәстәрен ел уйната. Ҡыйғас ҡара ҡаштары ҡарлуғас ҡанаттарындай йыйылды. Бешкән сейәләй ҡыҙыл ирендәре асыла төшөп, бар тәбиғәткә сихри моң таралды...
Ирәндекәй тауы бигерәк бейек,
Тора - тора мендем башына.
Кемдәр генә, ай, ғашиҡ булмаған,
Сәлимәкәйҙең ҡарала ғына ҡашына...
Һылыуҡайға ҡушылып бар тәбиғәт йырлай. Һандуғастар ҡушыла, сиңерткәләр моң өҫтәй.
Ике йәш йөрәк, ҡушылып бергә тибә.
***
Азамат бала саҡтан тарих яратты. Бигерәк тә ҡурҡыу белмәҫ батыр ата-бабалары тураһында. Атаһы күп ваҡытын дөйөм хужалыҡ эшендә үткәрә. Бигерәк тә ат ярата. Шул аттан айырылмаҫ өсөн мал эшендә йөрөй. Бик һирәк кенә, стенала эленеп торған скрипкаһын алып ҡылдарын сиртә. Ҡайһы саҡта йырлап та ебәрә. Күп йырҙары Ағиҙел тураһында. Тик ниңәлер асылып бөтмәй, ниндәйҙер бөйөк серҙәрҙе һаҡлап тота. Шуға ла, Азаматҡа тарих тураһында әсәһенән һорашырға тура килә.
- Эйе, улым беҙ башҡорттар. Төнъяҡ башҡорттары. Телебеҙҙә айырма бар. Атайың күпте белһә лә һөйләмәй. Тыйыуҙар күп булды.
- Әсәй, нишләп Ағиҙел буйынан, Һаҡмар буйына күсендегеҙ?
- Бер ваҡыт шулайтып һорарыңды һиҙҙем улым. Эх, улым, үҙең теләгәнсә йәшәһәң ине. Һәр халыҡ ирекле, үҙенсә йәшәгеһе килә. Салауат батырҙың әйткәнен иҫләйһеңме?
- Эйе, әсәй. Мин батырҙың шиғырҙарын яттан беләм.
Башҡорттарым минең, һауалағы бөркөттәй, һыуҙағы суртандай, урмандағы кейектәй ирекле булһын.
Йәш бөркөттәй талпынып-талпынып ҡуйҙы. Ҡанаттары булһа осоп китер ине.
- Һинең өсөн шатмын улым. Ата-баба, әсә-өләсәйҙәр төйәген беҙ күрә алмаһаҡ та, һин барып күрерһең. Күңелем һиҙә.
- Әсәй, һөйлә инде.
- Эйе, улым. Ҡасандыр һөйләргә кәрәк. Беҙҙең тарих яҙылған. Шәжәрә тип атала. Күпме тапҡыр шәжәрәбеҙҙе юҡ итергә тырышһалар ҙа, һаҡланып ҡалған. Боронғо төркисә яҙылған. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була улым. Ҡыҙарып бешмәйенсә алманы ашап булмай, хәреф танымайынса китап уҡып булмай. Эйе, бер көн килеп йәшерелгән тарихыбыҙ ҙа асылыр. Халҡыбыҙ иманға ҡайтыр. Батыр улдар, ғорур ҡыҙҙар үҫеп сығыр. Иншаллаһ.
Тәслимә инәй тынып ҡалды. Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары үткәндәр менән бөгөнгөнө тоташтырғандай булды.
- Беҙ, Күсем батыр тоҡомо. Әле Себер тип йөрөтөлгән икһеҙ-сикһеҙ ерҙәрҙә көн иткән ата-бабаларыбыҙ. Аҡ йөҙлө, кәүҙәгә ҙур булғандар. Иркен, мул йәшәгәндәр. Эйе борон башҡорт ерҙәре йәйрәп ятҡан, иге-сиге булмаған. Урмандар шаулап үҫкән, йылғалар мул һыулы булған. Кейектәр, ҡош-ҡорттар мыжғып торған. Хәҙер һөйләһәң әкиәт һымаҡ.
Азамат әсәһенең ауыҙына ҡарап, тын да алмай онотолоп тыңлай. Әйтерһең дә үҙе шул заманға барып эләккән.
- Әсәй! Минең бөтәһен дә белгем килә.
- Эй, улым. Аллаһы Тәғәлә насип итһә белерһең.
Азамат әсәһенән данлы ла, ҡанлы ла тарих тыңлап үҫте. Ул тарих менән бүлешер кешеләр тапманы. Мәктәп дәреслектәрендә ул турала бер нәмә лә яҙылмаған. Күпме тарих китаптарын аҡтарҙы. Аптырарлыҡ. Шундай тарихи үткәндәрҙе, нисек халыҡ хәтеренән юйҙырмаҡ, оноттормаҡ кәрәк. Эргә-тирәлә кәңәшләшерҙек кеше лә юҡ. Былай булмай. Мин мотлаҡ ата-бабалар төйәгенә барырға тейешмен.
***
- Ҡустым, миңә Шөгөр йәйләүенә барырға кәрәк.
Азамат ағай әйткәс, ер осона ла барырға ризамын. Йәйге тупраҡ юлдан елдереүе үҙе бер ғүмер. Матур шул беҙҙең тыуған яҡтар. Талҡаҫ, Ирәндек тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Сылтырап аҡҡан, үтә күренеп ятҡан Шөгөр шишмәһенә еткәс, Азамат ағай туҡтарға ҡушты. Бит-ҡулын сайҡап, өҫ-башын рәткә килтергәс, рәхмәтен белдереп ҡулын күтәрҙе.
***
Кристинаһы әле һауында. Туғайға барып, һөйгәненә суҡлап еләк йыйҙы. Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләрҙе өҙөргә ҡыйманы.
- Азамат!
- Әү!
- Ә мин һинең иртә килереңде белдем?
- Нисек итеп?
- Йөрәгем һиҙҙе.
Аҡ ҡайынға һөйәлеп торған һөйгәнен ҡосаҡлап алды. Суҡлап йыйылған һутлы еләктәрен ҡулына тотторҙо.
- Айһылыуым минең, һиңә һөйләр һүҙҙәрем бик күп. Яҡты саҡта Ирәндеккә менеп төшәйек.
- Мин әҙер, батырым.
- Ярай әле, һин барһың иркәм. Күптән ауылдан сығып китер инем.
- Ҡайҙа?
- Бала саҡтан ер-һыу күрергә хыялландым. Йылға-диңгеҙҙәр гиҙгем килде. Тик нимәлер һәр ваҡыт тотто, татлы хыялдарымдан туҡтатты.
Ҡаяташҡа баҫҡан егет, онотолоп хыялдар даръяһына сумды. Күңел төпкөлөндә ятҡан хыялдары, саф шишмәләй урғылды. Айһылыу тында алмай һөйгәнен тыңлай. Бергә утлы яуҙарға инде, бергә ярһыу аттарҙа сапты...
- Батырым минең!
Айһылыу, моң шишмәһенә сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Алыҫтарҙан, ай, күренгән,
Ирәндеккәй тауының аҡ башы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй,
Ир-егеткәй менән ат башы.
Санаға ла ектер атты,
Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Азаматҡа бер йыр яҙайым.
Ир Азамат менгән аттың,
Бәкәлдәре уның аҡ булыр.
Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә,
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.
Ике йәш йөрәк ҡушылып ярһып тибә.
-Айһылыуым минең! Мине ата-бабаларымдың изге төйәге көтә. Төштәремдә күреп уянам. Мөмкинлек сығыу менән юлға сығам.
Йәш егеттең, Ирәндек бөркөтө һымаҡ ҡанаттары булһа, баҫып торған ҡаянан, урман-тауҙар, йылға-даръялар аша туп-тура Күсем батыр төйәгенә осор ине. Уйҙары менән күптән унда инде.
- Еләктәр шундай тәмле булды. Тағы ла ашағым килә.
- Һинең өсөн күгәрсен һөтө лә табырға әҙермен.
Ике йәш йөрәк етәкләшеп тауҙан аҫҡа ҡарай, яратып үҙҙәре исем ҡушҡан Еләк туғайына, шаяра-көлөшә йүгерештеләр.
***
- Нурислам ағай, Һаҡмарҙан якорҙы алырға тура килерме икән.
- Тағын ниндәй елдәр иҫте ҡустым.
- Ел көсәйгәндән көсәйә ағай.
- Ҡайһы яҡҡа иҫә.
- Боронғо ата-бабаларым төйәгенә, Иртыш буйҙарына.
Нурислам ағаһы, ҡулындағы балтаһын бүрәнәгә сапты. Етеҙ генә ергә һикереп төштө.
- Әйҙәле ҡустым, кәңәшләшеп алайыҡ.
Азамат бер аҙ тулҡынланып ағаһының артынан эйәрҙе. Ял итеү бүлмәһенә инеп, өҫтәл артына ултырҙылар.
- Йылы сәй эсеп алайыҡ әле, моряк ҡустым.
Мейестә йылынып ултырған сәйнүктән сәй яһаны.
- Эйе, аңлайым хәлеңде ҡустым. Йән тартмаһа ла ҡан тарта тейҙәр. Бик изге эшкә ниәт ҡылғанһың. Тик килен балаҡайҙың да фекрен белешергә кәрәк.
- Уныһы булды инде ағай.
- Беҙҙең көсөбөҙ, тамырҙарыбыҙҙың ныҡ булыуында. Борон һәр башҡорт балаһына ете быуынды, ата-бабалар һәм батырҙар тарихын, риүәйәттәрҙе, күктәрҙәге йондоҙҙарҙы белеү мотлаҡ булған. Изге йолаларын онотҡан, ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тотмаған, батырҙарын данламаған халыҡтар йыуылған ҡом һымаҡ юҡҡа сығалар. Дөрөҫ юлдаһың ҡустым. Мин һиңә ышанам.
- Нурислам ағай, һеҙ минең уйҙарымды уҡыйһығыҙ. Ҡайҙа йөрөһәм дә, ышанысығыҙҙы аҡлармын.
***
- Егеттәр, мин Себергә эшкә китәм. Морат ағайҙар менән. Аҡса йыйып машина алғас, һеҙҙе йәйәү йөрөттөрмәм. Баймаҡҡа ғына түгел, Магнитҡа ла алып барырмын.
Тыуған ауылдарының ялан-ҡырҙарын көслө тимер аттарҙа гиҙеп йөрөгән егеттәргә, еңел машина ла матур ғына кейенеп елдереп йөрөү сәйер тойола. Ул тура ла хыялланырға баҙнат итмәйҙәр.
- Һы!? - тиеүҙән ары китмәнеләр. Ауыл клубында кино ҡараһалар үҙе бер бәхет. Ә инде Сибай театры килһә, үҙе бер ваҡиға.
- Бөгөн беҙгә эш хаҡы бирҙеләр. Бөтәгеҙҙе лә үҙемдең иҫәпкә киноға саҡырам.
Егеттәр дәртләнешеп киттеләр.
Ә кино шәп булды. Степан Злобин әҫәре буйынса төшөрөлгән "Салауат Юлаев" исемле фильм.
Эх, башҡорттар тураһында кинолар күберәк булһа ине.
***
Һаҡмар буйына алтын көҙ килде. Йәйге йәшен йәшнәп, күк күкрәп яуған ямғырҙарҙы, оҙон-оҙаҡ һибәләп яуған әсе ямғырҙар алыштырҙы. Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан ете төҫлө йәйғор ҙа күренмәй башланы. Ҡоштар ҡошсоҡтарын ҙурайтып, зәңгәр күкте байҡарға өйрәтеп, бер - бер артлы йылы яҡҡа остолар. Ағас япраҡтары алтын төҫ алды.
- Шулай иркәм. Беренсе мөмкинлектә үк һине алып китәсәкмен.
- Азаматым минең! Ирәндегемде, Һаҡмарымды нисек кенә ташлап китәйем. Һарғайырмын бит.
- Айһылыуым минең! Бөтәһен дә аңлайым.
Айһылыу, һөйгәненең киң күкрәгенә башын һалды. Азаматының йөрәге дөп-дөп тибә.
Бөтәһен дә һүҙһеҙ аңланы.
- Батырым минең! Һин ҡайҙа, мин шундамын.
Нисәмә көн инде, тимер ҡаруандың тәгермәстәре тыҡылдығы сыға. Әйтерһең дә сал тарих һөйләй. Азамат күҙендә алмай тәҙрә аша тыштағы күренеште йотлоғоп күҙәтә. Ауыл-ҡала, йылғаларҙың атамаһын уҡый. Боронғо башҡорт тарихы менән бәйләнеш эҙләй. Һәм, ысынлап та, күпселек исемдәрҙең тамыры, башҡорт һүҙҙәренә барып тоташа. Күҙ алдына, ерем-һыуым тип, ярһыу аттарҙа яу сапҡан ғорур һәм батыр ата-бабалары килеп баҫа.
- Эххх,- тип ауыр көрһөнөп ҡуя.
Ҡурҡмағандар улар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан.
Ен - пәрейҙең мәкер - хәйләһенән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан...
- Эххх...
Йөрәге күкрәгенә һыймай тибә.
Эйе, тапты ул ата-бабаларының изге һөйәктәре ятҡан изге ерҙәрҙе. Нисәмә быуат ҡулдан-ҡулға күсеп һаҡланған шәжәрәне әсәһе аманат итеп тапшырҙы. Шәжәрәнең бер битендә ата-бабаларының изге төйәге, ерләнгән урындары күрһәтелгән. Әсәһе бер кемгә лә күрһәтмәҫкә ҡушты. Азамат уны күптән ятлап алды. Ете төн уртаһында уятһалар ҙа яттан һөйләп бирә ала.
Ҡурҡыу белмәҫ батыр ата-бабаларының утарына бағышлап доға ҡылды. Күҙ алдына яу кейемендәге ир-азаматтар килеп баҫтына. Аттар кешнәүен, ҡылыстар сыңлауын, шартлап һөңгөләр һыныуын ишеткәндәй булды.
***
Айһылыу тыуған ауылынан, Ирәндегенән, Һаҡмарынан бер көнгә лә айырылыуҙы күҙ алдына килтерә алмаһа ла, һөйгән йәрен өҙөлөп көттө. Ныҡ һағынған сағында, Ирәндек ҡаяһына менеп йырланы. Ирәндек бөркөтө һәр ваҡыт баш осондағы зәңгәр күкте иңләне. Әллә инде, бала саҡтан күңеле тәбиғәт ҡосағына тартыла. Иртән тороу менән Һаҡмарына югерә. Ә йылға көтөп торған һымаҡ, ҡыҙыҡайҙы томан ҡосағына сорнай. Селбер балыҡтар аяҡтарын иркәләй. Һаҡмарын ҡосаҡлап йөҙөп туйғас, әрәмәлектәге ҡошсоҡтарҙы тыңлай. Томан күтәрелгәс, ҡояш нурҙарына балҡып ятҡан Ирәндеген тамаша ҡыла. Ауылдың икесе яғына күскәс, үҙенә-үҙе урын таба алманы. Йоҡоһо йоҡо, ашы аш булманы. Күҙгә күренеп һурыҡты. Әсәһе нимә эшләргә лә белмәне. Ҡыҙыҡай дауаханаға барыуҙан баш тартты. Ирәндек тауҙарында йәшәгән әүлиәгә барыуҙан башҡа сара ҡалманы. Әүлиә, аяғында саҡ торған ҡыҙыҡайҙы ятҡырып, изге китаптан сүрәләр уҡып, йылы һәм йомшаҡ ҡулдары менән башынан һыйпаны.
-Ҡыҙым, исемкәйең бигерәк матур. Үҙең тәбиғәтһеҙ йәшәй алмайың. Ҡалайтаң, тормош беҙҙән генә тормай шул, ҡыҙым. Йән биргәнгә йүн биргән. Йәшәргә кәрәк. Донъя булғас, төрлө саҡтар була. Бирешмә ҡыҙым, мин һиңә ышанам.
Ҡанатланып, осоп ҡайтты Айһылыу тыуған ауылына. Форсаты сыҡҡан һайын, Һаҡмар күпере аша тыуып-үҫкән яғын барып ураны. Йылғаһы менән серләште, тауына күҙ ҡыҫты. Мөхәббәтен дә Һаҡмар күперендә осратты.
- Кристина! Һин ҡайҙа? Беҙ һине юғалттыҡ.
Ҡайындар араһынан әхирәттәре килеп сыҡты.
- Һөйөнсө, Кристина!
- Моңло тауышыңды ишеткебеҙ килә. Беҙҙең өсөн генә һайра инде.
Ҡыҙҙар сыр-сыу килеп, йәшел хәтфә үләнгә теҙелешеп ултырҙылар.
- Нисек йырлайым һуң. Һеҙ миңә яҡынса нимәне һөйөнсөләгәнегеҙҙе лә әйтмәнегеҙ.
- Йырлағас әйтербеҙ, - Көнһылыу, Кристинаның күҙҙәренә һораулы ҡарашын ташланы.
- Эй, әхирәткәйҙәрем минең. Һеҙҙең өсөн таң атҡанса ла йырларға әҙермен. Һуңғы осоро күңелем тик халыҡ йырҙарына ғына тартыла. Халыҡ йырын теләгән ваҡытта ғына йырлап булмай шул.
- Ҡыҙҙарҙың баштары эйелә башланы.
- Кристина, йырла инде. Һөйөнсөнө әйтәм, - Райхана һүҙен дауам итеп өлгөрмәне.
- Ярай ҡыҙҙар, йола йола булһын. Йырлай-йырлай бер биҙрә еләк йыйҙым. Анау ҡайын төбөндә ултыра. Мин һеҙҙе бөгөн еләк менән һыйлайым.
- Ур-ра! - ҡыҙҙар һикерешеп ҡысҡырышҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
***
Телде йоторлоҡ еләк менән, ҡаймаҡлап сәй эскәнсә, Азамат уҙаман килеп тә етте. Ә ҡыҙҙарға күстәнәс эләкте. Сәй эсеү дауам итте.
- Хәйерниса апай! Мин һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорарға килдем.
- Хуп. Әйҙәгеҙ үтеп ултырығыҙ. Ҡыҙ һоратыу уйын эш түгел. Ата- бабаларыбыҙҙың йолаһына ярашлы башҡарайыҡ.
Һөйләшеүҙең башта уҡ шулай ыңғай булыуы егетте ҡыуандырһа ла, йола тигәндәре бер аҙ уйға һалды. Ата-бабаларыбыҙҙың йолалары онотолоп бара инде. Ҡалғандары ла исем өсөн генә, тамаша һымаҡ үткәрелә. Ҡана ла һуң данлы үткәндәргә ҡайтып булһа.
Хәйерниса апай, ҡыҫҡаса ғына ҡыҙ һоратыу, никах үткәреү тәртиптәрен аңлатып үтте. Азаматҡа ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы. Сөнки Айһылыуһыҙ бер көндә йәшәй алмаясаҡ. Бер аҙнанан мөмкин тиклем йолаға яраштырып, Хәйерниса апайҙың ризалығын алдылар. Ә инде ике көндән, алыҫ Себер тарафына юл тоттолар. Ауылдағы дуҫ-иштәренә ауылдан китеүҙәрен, бер аҙ аҡса эшләп, еңел машина алып ҡайтам тип аңлатты.
Яҙмыш. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тейҙәр. Дөйөм ятаҡтан ҙурыраҡ бүлмә бирҙеләр. Ике йәш йөрәккә күп кәрәкме ней. Һин дә мин яңы тормош башлап ебәрҙеләр. Яҡташтарҙың ярҙамы ҙур булды.
- Кристина!
- Кристина, тим бит.
- Әү? Һин бер ҙә улайтып өндәшкәнең юҡ ине.
- Нишләптер шулайтып әйткем килде, иркәм.
- Ә миң үҙ исемем менән өндәшеүең күңелгә яҡын.
Азамат, һөйгәнен күтәреп алды.
- Беләһеңме, Айһылыуҡайым? Беҙҙең өс ҡыҙыҡай буласаҡ.
- Атайҙар, малай теләйҙәр түгелме һуң?
-Ә мин, һиңә оҡшаған ҡыҙыҡайҙар теләйем. Ә инде ейәндәремде үҙем тәрбиәләп үҫтерәсәкмен.
- Һы...
- Шулай кәрәк, матурым. Берәй ваҡыт аңлатырмын.
***
Ысынлап та, Айһылыу береһенән-береһе матур өс ҡыҙ бала тапты. Фатир алдылар. Азаматтың машинаға тип йыйған аҡсалары, икенсе тәғәйенләнешкә йүнәлеп торҙо.
- Әәә, Мөнир ҡустым, үт әйҙә, үт. Ваҡытында килдең. Еңгәйең өҫтәл әҙерләп йөрөй.
- Фәрит ағай, теге ней, мин баяғы.
- Әйҙә, аштан оло булып булмай. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ата-баба йолаһын тотайыҡ. Ризыҡҡа рәхим ит.
Аш-һыуҙы өҫтәлгә ҡуйғас, ир-аттарға ҡамасауламаҫ өсөн, Айһылыу икенсе бүлмәгә сыҡты.
- Инде йомошоңдо әйтһәң дә була ҡустым.
- Атайым сирләп тора. Тиҙ генә ауылға ҡайтып килергә ине. Әле эш хаҡы алып өлгөрөлмәне.
- Аңланым ҡустым. Кешегә ярҙам итә алыу, үҙе оло бәхет. Берҙә борсолма, мөмкинлегең булғас ҡайтарырһың.
Мөнир ашыҡ-бошоҡ кейенеп, рәхмәттәр әйтеп тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡараны.
Күп кешеләр килде, Азамат уҙаманға ярҙам һорап. Береһен дә кире бороп сығарманы, хәленән килгәнсә ярҙам итте. Машинаға тип йыйған аҡсалары, кемгәлер ярҙам итеү өсөн тотонолдо.
- Аллаға шөкөр аяҡтарыбыҙ бар, самолет осоп, поездар йөрөп тора. Яҙһа, машинаһы ла булыр.
- Бөркөтөм, бөтәһен дә аңлайым.
Ирәндеген, Һаҡмарын ныҡ һағынһа, Айһылыу иренә шулай тип өндәшә. Азамат бер аҙ йүткереп алды. Ул да тыуған ауылын һағынды. Әсәһенең аштарын һағынды. Бала саҡтағылай, урындыҡта иркәләнеп ятҡыһы килә. Тик тиҙ ара ла ҡайтып булмаҫ шул.
- Айһылыуым минең! Машинаға тигән аҡса бар шикелле. Үҙеңә, балаларға яҡшы кейем ал. Шунан ике аҙнаға ҡыҙыҡайҙар менән ауылға ҡайтып килегеҙ. Әле матур саҡтар. Ирәндектә беҙҙең еләк бешкән.
Азаматын ҡосаҡлап алды.
- Әүлиәм минең. Ә һин?
- Эштәр килеп сыҡты. Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай.
- Ярай, мин ҡайтырға билетҡа барып киләйем. Ә һин ҡыҙҙарыңды яратып ҡал.
***
Ғаиләһен ауылға оҙатыу менән, Азамат юлға сыҡты. Эҙләгән таба тейҙәр. Ата-бабалары йылғаның бейек яр буйында төйәк иткән ҡәлғәне эҙләп тапты. Ҡәлгә эргәһендәге ауылдан, йөҙ йәшкә яҡынлаған аҡһаҡалдан тарих тыңлау ниәте. Һөйгәне менән тәү тапҡыр күрешкән һымаҡ, йөрәге дөп-дөп тибә. Быға хәтлем йәшәлгән ғүмеренең һөҙөмтәһе булараҡ, тарих йомғағы таралырға тора. Тиҙерәк, тиҙерәк.
Алда килгән автобус ҡапыл юлдан сыҡты. Текә ярға табан бара башланы. Азамат, бар көсөн йыйып, автобусҡа ҡарай йүгерҙе. Тиҙерәк, тиҙерәк... Эхх... Һаҡмар буйында үҫкән ир-уҙаман, йүгереп барып текә ярҙан һыуға һикерҙе. Ҡошсоҡтарын ҡосаҡлап ултырған Айһылыуҙың йөрәге жыу итеп ҡалды.
- Азаматым!
Үҙелә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе.
-Әсәй!
Өс ҡошсоғо бер юлы әсәләренә әйләнеп ҡаранылар.
Азамат күҙен асты. Тирә яҡ ап-аҡ. Ниндәйҙер аҡ кешеләр. Оҙаҡ ҡына бер нәмә лә аңлай алмай ятты. Яйлап иҫенә ҡайтты. Бер аҙнанан аяҡҡа баҫты. Шулай ҙа ҡултыҡ таяғын ҡулланырға тура килә. Тын алыуҙары ауырыраҡ. Ҡатыны, ҡошсоҡтары имен-һау ғына йөрөһөндәр. Ишек шаҡынылар.
- Инегеҙ әйҙә, ишек асыҡ.
- Һеҙ Азамат атлы уҙаман булаһығыҙмы.
- Эйе. Һеҙ кемдәр булаһығыҙ, берҙә танымайым.
Өҫтәл бүләк-күстәнәстәр менән тулды. Берәмләп килеп Азаматтың арҡаһынан һөйҙөләр, ҡулдарын ҡыҫып рәхмәттәр әйттеләр. Һыуға батҡан автобустан, Фәрит ҡотҡарған кешеләр һәм уларҙың туғандары булып сыҡтылар.
Бер аҙнанан балаларын эйәртеп һөйгәне ҡайтты.
- Батырым минең! Ирәндек еләктәрен ауыҙ итһәң, тиҙҙән һауығып китерһең.
Барлыҡ йәшәү көсөн йыйып, теше-тырнағы менән йәбешеп, теүәл өс ай яҡты донъяла йәшәне ир-уҙаман.
- Кристинам, барыһы өсөндә рәхмәт һиңә. Һин мине бәхетле ир иттең. Өс ҡыҙыҡайыбыҙға атай иттең. Тиҙҙән ата-бабаларым эргәһенә күсәм. Һуңғы васыятам, Күсем батыр эргәһенә ерләгеҙ. Беренсе тапҡыр күҙҙәренән йәш тәгерәне.
Һөйгәнен юғалтыу, Айһылыуға ныҡ тәҫир итте. Йоҡоһо ҡасты, ашауының рәте ҡалманы.
Балаларҙы йоҡларға һалғас, әсәһенә хат яҙырға ултырҙы.
"Ҡәҙерле әсәкәйем! Ҡанаттарым ҡайрылды. Йәшәүҙең мәғәнәһе юғалды. Инде көсөм ҡалманы. Ағай-ҡустыларыма әйт. Мине ауылға алып ҡайтһындар. Ирәндегемде, Һаҡмарымды күреп үләйем..."
Ыласын (Айҙар Күсеев)