Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
25 Мая 2022, 07:50

Алина Ғәбитова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Алина Ғәбитова. 

Алина ҒәбитоваАлина Ғәбитова
Алина Ғәбитова

Әсәйем  

Әсәйем берҙән-берем, 

Иң ҡәҙерле кешем.

Рәхмәт һүҙен әйтергә, 

Етмәй һис минең телем. 

Һин беҙҙең янда булһаң, 

Өйөбөҙ яҡты, нурлы. 

Әсәй фатиха бирһәң, 

Барыр юлдарым яҡты.

***

Тауҙар өндәшә миңә…

Иртән торһам йоҡонан 

Тауҙар өндәшә миңә: 

«Хәйерле иртә, балам. 

Уңышлы көндәр һиңә» 

Уң яҡта Раһай тауы, 

Һул яҡта Көрәй тауы.

Йәмле йәйҙәр башланды, 

Малдар ҡырға таралды.

Өйөм алдында йылға,

Сылтырап Таулы аға, 

Ҡояш ҡалҡты тауҙарға, 

Йылмайып миңә баға.

Алина Ғәбитова,

Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас